Башҡортостан
+15 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
9 Декабря 2019, 08:10
"Әсәйем үлгәндә миңә бер йәш тә өс ай ғына булған"
"Бер тапҡыр ҙа миңә ғүмер бүләк иткән кеше хаҡында яҙғаным булманы, - ти Рөстәм. - Бөгөн һүҙ минең әсәйем тураһында барасаҡ. Уны бөтөнләй белмәйем. Әсәйем үлгәндә миңә бер йәш тә өс ай ғына булған..."
Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев - бөгөн иң әүҙем блогерҙарҙың береһе. Шундай ҡатмарлы хәлдә лә егеттең юғалып ҡалмауы һоҡланыу тойғоһо уята. Интернет селтәрҙәре аша күптәр уның бала сағы, яҙмышы, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһына.
"Инстаграм" битендә бер тапҡыр ҙа миңә ғүмер бүләк иткән кеше хаҡында яҙғаным булманы,
- ти Рөстәм. - Бөгөн һүҙ минең әсәйем тураһында барасаҡ. Уны бөтөнләй белмәйем. Әсәйем үлгәндә миңә бер йәш тә өс ай ғына булған. Мин уны кешеләрҙең һөйләүе буйынса ғына яҙам. Әсәйемдең исеме - Раушания. Ул 1965 йылдың 22 декабрендә тыуған. Ғаиләлә дүртенсе бала булған. Бығаса гел малайҙар тыуып торғанлыҡтан, өләсәйем уны оҙаҡ көтөп алған. Әсәйем изге күңелле һәм йомарт булып үҫкән. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Туймазы медицина коллеждына уҡырға ингән. Уны тамамлағас, Саҡмағошҡа ебәргәндәр, унда педиатрия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эш башлай. Бер аҙҙан атайым менән осрашып, өйләнешкәндәр. Әсәйемде медицина хеҙмәткәре булараҡ ҡына түгел, кеше булараҡ та яратҡандар, хөрмәт иткәндәр. Унан балалар бер ваҡытта ла ҡурҡмаған. Ҡайһы ваҡыт уға ял көндәрендә лә эшкә сығырға тура килгән. Ул бер ваҡытта ла баш тарта белмәгән, үҙенең бурысына һәр саҡ яуаплы ҡараған. Хатта вафатына 26 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уны яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алалар. Дауаханаға килһәм, уның яҡшы, талантлы кеше булыуы хаҡында һөйләйҙәр. Әсәйем ижади кеше булған. Бөтәһе лә уның матур йырлауы, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы хаҡында һөйләй. Һәр ваҡыт таҙалыҡ, тәртип яратҡан. Сәскәләр үҫтереүгә әүәҫ булған, айырыуса пиондарҙы. Алда пландары ла ҙур булған. Беҙ бер аҙ үҫкәс, педиатр булыр өсөн уҡыуын дауам итергә хыялланған. Әммә уға пландарын тормошҡа ашырырға яҙмаған, 1993 йылдың 21 сентябрендә, 28-се йәшендә, ғүмере өҙөлгән.
Хәҙер уға
53 йәш булыр ине. Нимәнән үлгәнме? Ҡыҫҡаса яуап бирәм: әсәйемде үлтергәндәр.
Фото Рөстәм Нәбиевтең “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһенән алынды.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"