Йәмғиәт
9 Декабря 2019, 15:00

Владимир Путинға һирәк яҙа башланылар

Проблемаларҙың күпселеге урындағы кимәлдә хәл ителә.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Әстерхан халҡының Рәсәй Президенты исеменә мөрәжәғәттәре һаны 62 процентҡа кәмегән.
Проблемаларҙың күпселеге урындағы кимәлдә хәл ителә. Мәҫәлән, йыл башынан алып төбәк власы 32 меңдән ашыу мәсьәләне тикшергән. Улар, нигеҙҙә, биләмәләрҙе һыу һәм газ менән тәьмин итеүгә, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға, юлдар, тротуарҙар торошона, комплекслы төҙөкләндереүгә ҡағыла.
Әле өлкәлә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеү буйынса 12 майҙансыҡ эшләй. Әстерхан өлкәһе губернаторы Игорь Бабушкиндың башланғысы менән “Губернатор контроле” мобиль ҡабул итеү бүлмәһе эшләй башланы.
#ВладимирПутин
Фото:южнаяволна.рф
Читайте нас