Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 20:55

Бөрйән хакимиәте башлығы ниңә эшенән китте?

Үткән аҙнала район Советы Рөстәм Шәриповты вазифаһынан бушатты.

Үткән аҙнала Бөрйән район Советы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәриповты вазифаһынан бушатты.
Был уның Хәйбулла районы хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп ҡуйылыуына бәйле. Рөстәм Шәрипов Бөрйән районына биш йыл етәкселек итте.
Әйткәндәй, Хәйбулла районында йыл аҙағына тиклем яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләү эше тамамланырға тейеш.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы район хакимиәте башлығының иҡтисад, урман эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары Ғәзиз Манаповҡа йөкмәтелгән.
Фото: Sibsu.ru
Читайте нас