Бөгөн Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығына конкурс комиссияһы бер тауыштан Радмир Иҫәнбаев өсөн тауыш бирҙе. Ул ошоға тиклем ҡаланың 2-се мәктәбе директоры булып эшләгәйне.
Радмир Фитрат улы үҙенә ышаныс белдергән депутат корпусына рәхмәт белдерҙе һәм муниципалитет етәксеһе ролендә һөҙөмтәле эшләүгә бар көсөн һаласағын еткерҙе.
Билдәле булыуынса, 18 ноябрҙә Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы Хәлил Булатов үҙ теләге менән ваҡытынан алда вазифаһынан баш тартҡайны.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.