Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 23:05

Өфө – Белорет юлында – үлемесле авария...

Ҡот осҡос хәл бөгөн булды.

Бөгөн Архангел районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда кеше ғүмере ҡыйылған.

Фажиғә 10 декабрҙә көндөҙгө сәғәт бер тирәһендә була. Өфө - Инйәр - Белорет трассаһының 64-се саҡрымында
"Ford Mondeo" һәм "Ford Focus" сит ил автомобилдәре бәрелешә. Икеһе лә ҙур зыян күрә. Иң аяныслыһы: "Ford Mondeo"ның 59 йәшлек пассажиры ауыр тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән бирә, шулай уҡ ике водитель һәм "Ford Focus" автомобиленең өс пассажиры дауаханаға ауыр хәлдә оҙатыла. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай.

Тышта йылыта ла, һыуыта ла, юлдар тайғаҡ... Водителдәр, юлда иғтибарлы, һаҡ булайыҡ, ҡағиҙәләрҙе үтәйек, тиҙлекте арттырмайыҡ. Үҙегеҙҙең дә, яҡындарығыҙҙың да ғүмере һеҙҙең ҡулда!
Читайте нас