Иртәгә Нефтекама ҡалаһының Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостандың яңы телеканалы “Сәләм”дең презентацияһы үтә. Тантаналы сарала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша: “Zainetdin” этношоу проекты, танылған йырсы Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар.
Нефтекамалылар араһында “Сәләм” логотиплы төрлө бүләктәр уйнатыласаҡ. 18-19 сәғәттәрҙә үҙәк фойела “Тапшыр, Сәләм!” мобиль студияһы эшләйәсәк. Иң үҙенсәлекле сығыштар телеканал эфирында ла күрһәтеләсәк. Шулай уҡ, был көндә тамаша ҡунаҡтары республика гәзит-журналларына ла яҙыла аласаҡ.
Алдан яҙылыу буйынса кешеләрҙе баш ҡаланың “Рәсәй тимер юлдары – медицина” клиник дауаханаһы (етәксеһе – медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова) табиптары бушлай ҡабул итәсәк.
“Сәләм” телеканалы Башҡортостандың муниципаль һәм урындағы телеканалдарын һаҡлау өсөн ойошторолған. Яңы телеканал эфирында урындағы студияларға биш сәғәт эфир биреләсәк, шул иҫәптән, прайм-таймда ла. “Сәләм” иһә Башҡортостандың эре кабель операторҙары селтәрендә, интернет-сервистарҙа эфирға сығасаҡ.
Нефтекамалылар, яңы телеканалды асыу тантанаһына рәхим итегеҙ! Киләһе презентация 17 декабрҙә Яңауыл ҡалаһында үтәсәк. Быға тиклем сара Сибай, Ишембай, Туймазы ҡалаларында ойошторолғайны.