Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 17:15

Рәмил Шәмсетдинов заман геройымы?

"Ул армиялағы бабайсылыҡ проблемалары хаҡында үҙ яҙмышын аямайынса хәбәр итте..."

2005 йылдағы Нобель премияһы номинанты Элла Полякова Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновты беҙҙең заман геройы тип атаған.
Был хаҡта ул «URA.RU» агентлығына биргән әңгәмәһендә: "Рәмил Шәмсетдинов, әйтергә кәрәк, үҙенең ғүмере менән армиялағы бабайсылыҡ проблемалары хаҡында хәбәр итте. Шуға ла ул - беҙҙең заман геройы. Ни өсөндөр уны хәҙер күптәр аңларға теләмәй. Бөтәһе лә бер яҡтан ғына ҡарай: ул кешеләрҙе атҡан. Был дөрөҫ түгел. Ул был хәлдә үҙен ҡорбан итте, сөнки бөтә ғүмере буйы ошо ғәйеп менән йәшәргә тура киләсәк", – ти белдергән.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең һалдат әсәләре комитеты һалдаттың туғандарына ярҙам итеүҙән баш тартҡайны. Полякова егеттең атаһы Сәлим Шәмсетдиновҡа үҙе рәйес булған Санкт-Петербургтағы Һалдат әсәләре комитетына хоҡуҡи ярҙам алыу өсөн мөрәжәғәт итергә кәңәш биргән.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас