Ир менән ҡатын талашһа, балалар ыҙалай. Улар ике арала шантаж сығанағына әүерелә. Бөтә республика әле Мазовтар ғаиләһе өсөн ҡайғыра. Тик был осраҡта атай кеше ике балаһын алып киткәс, башҡа күпселек осраҡта насар уйҙар килә. Ә бына әсәйҙең баланы алып китеп йәшенеүе, нисектер аңлап ҡабул ителә. Тик атайҙың да хистәре, балаға хоҡуғы бар түгелме?
Әлеге ваҡытта Үрге Йәркәй ауылында ла ошондай ғаилә драмаһы бара. 31 йәшлек Рифат Исмәғилев үҙенең 26 йәшлек ҡатыны Рушананы һәм ҡыҙы Камиланы эҙләй. Уларҙың сығып китеүенә бер ай ваҡыт үткән, ә ир уларҙың ҡайҙалығын белмәй. Аптырағас, ул интернет аша ғаиләһен эҙләү тураһында мәғлүмәт таратҡан.
– Һуңғы ваҡытта беҙ йыш әрләшә инек. Тәүҙә ул ағаһына күсеп китте, шунан унан да юҡ булды. Ҡыҙыбыҙҙы алған да ғәйеп булған. Өфөгә киткән, тиҙәр. Мин уға шылтырата алмайым. Ул кешеләргә мине туҡмай, үс аласаҡ тип һөйләй, был хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ. Мин ни бары ҡыҙымды һағындым, – ти Рифат.
Шулай уҡ ейәнсәрҙәрен өләсәһе менән олатаһы ла күргеләре килә. Олатайға 85 йәш, ул илай һәм баланы һағына. Рифат хәбәрселәр аша ҡатынына мөрәжәғәт итә.
– Мин ни бары бала менән күрешеү мөмкинлеге биреүеңде һорайым. Ҡыҙымды һинән тартып алырға йыйынмайым, ул бит әйбер түгел, әйҙә уртаҡ фекергә киләйек. Бала уйынсыҡ түгел, Камилаға психологик йәрәхәт яһағым килмәй. Зинһар, бәйләнешкә сыҡ, мин көтәм, – ти Рифат.
Рушана, ысынлап, бала уйынсыҡ түгел бит. Ул да атаһын һағына, юҡһыналыр. Йәшенеп ятҡансы, проблеманы өлкәндәрсә хәл итергә кәрәктер.