Һуңғы ваҡытта республиканың мәғариф усаҡтарында балаларҙың сифатлы туҡланыуы республика Башлығы Радий Хәбировтың шәхси контроленә алынды. Тап уның ҡарары нигеҙендә бөгөн күп кенә мәктәптәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары дүрт аҙналыҡ меню төҙөүгә күсте. Шулай уҡ бөтә уҡыу йорттарында даими рәүештә брокераж комиссиялары эшләй, улар ашнаҡсы бешергән ризыҡтарҙы тәмләп ҡарап, уның сифатын тикшерә. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге район һәм ҡалаларҙа балаларҙың туҡланыуын даими күҙәтә.
Бүребай урта мәктәбендә белем алыусылар өсөн был йәһәттән борсолорға кәрәкмәй. Бында үҙ эшенең оҫталары эшләй: ашхана тулыһынса заман талаптарына яуап бирә, аҙыҡ-түлек блогы ла кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һыуытҡыс камералар, электр плитәләре һәм һыу йылытҡыстар, аш-һыу әҙерләү өсөн махсус өҫтәлдәр, ванналар, ит турағыстар кеүек әйберҙәр – барыһы ла сифатлы аҙыҡ әҙерләүгә булышлыҡ итә.
Үҙ эшенең оҫтаһы, 5-се разрядлы ашнаҡсы Тәнзилә Нурғәлина балалар өсөн һәр көн тәмле һәм йылы аҙыҡтар ғына әҙерләй, шулай уҡ тәмлекәстәр ҙә бешерә. Район күләмендәге бәйгеләрҙә “Мәктәп ашнаҡсыһы”, “Йыл ашнаҡсыһы” тип танылған Тәнзилә Салауат ҡыҙы бәләкәйҙән аш-һыу әҙерләргә маһир.
– Бала саҡтан әсәйемә эйәреп тәмлекәстәр бешерергә ярата торғайным, аҙаҡ был ҡыҙыҡһыныуым яратҡан шөғөлгә әйләнде. Үҙем бешергән ризыҡты яратып ашаһалар, шул тиклем ҡыуанам, күңел күтәрелә. Хәҙер нимә һәм нисек әҙерләргә тигән һорау юҡ, барыһын да интернет селтәрендә табырға мөмкин. Эшкә килгәндә, уҡыусыларға туҡлыҡлы һәм сифатлы аҙыҡ әҙерләү – төп бурысыбыҙ, – ти уңған ашнаҡсы.
Хәйбулла районы йыл һайын тигәндәй сит өлкәләрҙә йәки Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында үткән башҡорт һабантуйҙарында ҡатнаша. Ҡунаҡтарҙы һыйлау, башҡорт халҡының милли аш-һыуын әҙерләү бурысы ҙур ышаныс менән Тәнзилә Нурғәлинаның иңенә ята. Йыл һайын был яуаплылыҡты ул юғары оҫталығы менән атҡарып сыға. “Ресторандарҙа ла беҙ тәмле һәм юғары зауыҡ өлгөһө менән биҙәлгән аш-һыуҙы осратҡаныбыҙ булманы”, – тигән ҡунаҡтарҙың һүҙҙәре уға ҡанат һәм дәрт өҫтәй.
Тәжрибәле ашнаҡсы ла бер урында тапанып ҡалыуҙы хуп күрмәй, әленән-әле төрлө курстарҙа белемен арттыра, аш-һыу әҙерләү, төрләндереү, биҙәү һәм төрлө милләт кухняларының да ризыҡтарын өйрәнеү маҡсатында башҡа ашнаҡсыларҙан оҫталыҡ дәрестәре ала.