Йәмғиәт
10 Декабря 2019, 07:30

Ҡыҙымды мәсхәрә иттеләр...

Баҡтиһәң, быйыл июнь аҙағында ҡаланың күп ҡатлы йорттарының береһендә йәш кеше ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инә

Ғаиләлә ҡыҙ бала үҫә. Һәр кем сабыйының итәғәтле булып үҫеүен, йәше еткәс, ипле кешегә кейәүгә сығыуын теләй. Шулай ҙа тормошта һәр ваҡыт һин теләгәнсә генә булмай. Ишембай ҡалаһында 15 йәшлек ҡыҙы көтмәгәндә ауырғас ҡалғас, әсәй кеше бындай яңылыҡҡа ҡыуанмағандыр, моғайын. Баланың әле мәктәпте тамамлайһы, һөнәр алаһы бар.
Тәфтиш комитеты билдәһеҙ егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Баҡтиһәң, быйыл июнь аҙағында ҡаланың күп ҡатлы йорттарының береһендә йәш кеше ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инә. Әсәһе ҡыҙының ауырға ҡалыуын белгәс, полицияға уны көсләүҙәре хаҡында хәбәр итә. Егет урындағы колледждарҙың береһендә уҡый, имеш.
Әле тикшереүселәр билдәһеҙ "атай"ҙың ҡайҙан булыуы, шәхесен асыҡлау эше алып бара.
Фото: e-motherhood.ru
Читайте нас