Хәйбулла – республика райондары араһында иң ҙурҙарҙан һаналған үҙенсәлекле төбәктәрҙең береһе. Ул хозур тәбиғәте, ҡылғанлы далаһы, тау-урмандары, бәрәкәтле игене һәм ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота.
Һуңғы йылдарҙа райондың социаль-иҡтисади хәле күҙгә күренеп яҡшыра: төбәктә төҙөлөш объекттары сафҡа инә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр, һыу трассалары һалына, шәхси йорттар йылдам ҡалҡа. Иң мөһиме – район халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, күптән хәл ителеүҙе талап иткән мөһим проекттар ысынбарлыҡта тормошҡа аша.
Хәйбулла халҡы элек-электән үҙенең киң күңеллелеге, хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән дан тота. Билдәле шәхестәре менән дә хаҡлы ғорурланалар: танылған бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев, Ҡадир Әлибаев, Йомабикә Ильясова, тау белгесе Миңләхмәт Моталов, опера йырсыһы Зәйтүнә Ғәзизова, халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм башҡа талант эйәләре был төбәктең саф һауаһын һулап, һыуын эсеп ҡанат нығытҡан.
Төбәк игенселәре көҙгө уңыш йыйыу кампанияһын уңышлы тамамлап, мал ҡышлатыу осорона яҡшы күрһәткестәр менән ингән. Райондың ике кешеһенә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырған. “Ю. Шигаранов” крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Александр Мурахтанов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған, “Яковлевка” йәмғиәте водителе Фәнил Тусалин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Район аграрийҙары йыл һайын малсылыҡты үҫтереү тармағы буйынса ферма төҙөү һәм яҡшы тоҡомло малдар алыу өсөн гранттар алыуға өлгәшә. Быйыл фермер Әмир Шәйәхмәтовтың сорт һынау участкаһында төбәк-ара семинар була, киләһе йылда республика күләмендәге “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһен тап Хәйбулла ерендә үткәреү планлаштырылған.
Республикала Хәйбулла районы иң күп тау сәнәғәте предприятиеларының булыуы менән дан тота. Райондың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуҙа ла уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. “УГМК-холдинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Козицын һәм төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы руднигын төҙөүгә старт бирелде. Инвестиция күләме – 50 миллиард һум һәм 1 мең 400 кешегә яңы эш урындарын асыу ҡарала.
Шулай уҡ мәғариф, спорт, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә лә ҡаҙаныштар бик күп. Мәҫәлән, Яңы Ергән мәктәбе уҡыусыһы Никита Сабин икенсе йыл рәттән көрәш буйынса Рәсәй чемпионы исемен яулай. Бүребай мәктәбен тамамлаған, бөгөн Сибай күп тармаҡлы һөнәри колледжында белем алып йөрөгән һәм Ҡазан ҡалаһында WorldSkills донъя чемпионатында еңеү яулап, “Юғары оҫталыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған Илмир Сәйетбатталов менән дә сикһеҙ ғорурлана Хәйбулла халҡы.
“100 йыллыҡҡа – 100 объект” программаһы сиктәрендә район халҡы бассейнлы булырға тейеш ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөлөш эштәрендә тотҡарлыҡтар булып, объект әле булһа файҙаланыуға тапшырылмаған. Республика Башлығы ҡарары менән Аҡъярҙа 500 урынлыҡ мәҙәниәт йорто, 150 урынға иҫәпләнгән Балалар сәнғәт мәктәбе төҙөү планлаштырыла.
Район халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша, быйыл 12 проект еңеп сыға, уның дөйөм хаҡы 8 миллион һум тәшкил итә.
Йыл башынан бөгөнгә тиклем район үҙәгендә һәм ауыл урамдарын яҡтыртыу өсөн 640 өҫтәмә яҡтыртыу приборҙары ҡуйылған. “Сүп-сар реформаһын” тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 500-ҙән ашыу контейнер һатып алынған һәм һәр ауылда уларҙы урынлаштырыу өсөн павильондар төҙөлгән.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Ошо көндәрҙә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында капиталь эштәр тулыһынса тамамланасаҡ. Ремонттан һуң дауахана сирлеләрҙе яҡшы шарттарҙа ҡабул итәсәк.
Ғәлиәхмәт ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа ингән. Күптән түгел медицина өлкәһенә эшкә ҡайтҡан дүрт йәш табипҡа аҡсалата сертификат тапшырылған. Йәш белгестәр – Гүзәл Ильясова Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында табип-гинеколог, Юлия Пручай – Бүребайҙа, Фирүзә Сурина – Өфө ауылында, Мария Миляева Федоровкала терапевт булып эш башлаған.
Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса “Башҡорт ихаталары” республика программаһы нигеҙендә маҡсатлы эш алып барыла. Районда бөтәһе 19 подъезды ремонтлау ҡаралған. Йыл аҙағына тиклем эштәр тамамланасаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылды Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан итте. Алдағы йылда ла хәйбуллаларҙың халыҡҡа уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырырға, төбәктәге биләмәләрҙе төҙөкләндереү кимәлен күтәрергә тырышасағына ышаныс ҙур.