Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2019, 13:05

Ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә бәхет өләште

Йәкшәмбе Учалының гүзәл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде. Иртә таңдан филармония бинаһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы эшен башланы. Эшмәкәрлектең төрлө даирәһендә шөғөлләнгән төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы йыйҙы ул.

Гүзәл зат төрлө яҡлап ярҙам, кәңәш алды.


Йәкшәмбе Учалының гүзәл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде. Иртә таңдан филармония бинаһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы эшен башланы. Эшмәкәрлектең төрлө даирәһендә шөғөлләнгән төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы йыйҙы ул.


Сара сиктәрендә 14 тематик майҙансыҡ ойошторолдо – ижад, матурлыҡ, һаулыҡ, спорт, стиль, балалар үҫеше буйынса һәм башҡа биләмәләр көнө буйы гөрләп торҙо. Төрлө өлкәләге белгестәр Учалы гүзәлдәренә сәләмәтлекте һаҡлау, нисек итеп йәш һәм сибәр булып ҡалыу, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, һөнәри һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә уңыш­тарға өлгәшеү өлкәһендә кәңәштәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе. Төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, тренингтарҙа, күргәҙ­мәләрҙә, билдәле табиптарҙың, психо­логтарҙың консультацияларында, стилистар һәм фитнес-инструктор ҡабул итеүендә йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙ булды. Балалары менән килгән әсәләр өсөн күңел асыу саралары ла ойошторолдо.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нә Белорет, күрше Силәбенең Үрге Урал районынан да килеүселәр бар ине.

Иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ, тиҙәр. Сарала халыҡ иң күп йыйылған урын да тап Һаулыҡ биләмәһе булды. Бында ҡатын-ҡыҙҙар кардиолог, маммолог, стоматолог, онколог, эндокринолог, офтальмолог, терапевт кеүек белгес­тәрҙән консультация алды, Учалы һәм Белорет үҙәк ҡала дауаханаларының күсмә медицина үҙәктәрендә диагностик тикшереү үтте.
– Мин күсмә ФАП-та тикшереү үттем, эндокринологта һәм маммологта булдым. Табиптар бар нәмәне ентекле аңлатып, кәңәштәр бирҙе. Сараның йәкшәмбе көнө уҙғарылыуы икеләтә яҡшы, сөнки эш көндәрендә белгестәргә барырға форсат булмай. Мин табип­тарҙа ла булып өлгөрҙөм, ә хәҙер Яңырыу биләмәһенә макияж эшләргә йүнәләм, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Учалы ҡалаһынан Гөлсөм Рәсүлева.
Асылыңды танып-белеү биләмә­һендә “Ғаилә” үҙәге психологтары ҡатын-ҡыҙҙарҙы махсус методика ярҙамында көсөргәнешле хәлдән арыныу юлдарына төшөндөрҙөләр. “Бә­хетле булырға нимә ҡамасаулай?” лекция-тренингы ла учалыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Психолог-тренер Ольга Денисенконы тыңлау бик ҡы­ҙыҡлы булды.
– Үҙем өсөн күп яңылыҡ астым, байтаҡ һорауҙарыма яуап алдым. Психолог ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тормош ҡиммәттәре системаһын аңлатты. Үҙ-үҙеңде яратыу менән эгоизм ара­һындағы айырманы асыҡланы. “Ҡатын-ҡыҙ үҙенә күберәк иғтибар бирһә, ул үҙен ғәйепле итеп һанай. Улай булырға тейеш түгел. Гүзәл зат киңлек барлыҡҡа килтерә, тирә-яҡтағыларға кәйеф өләшә. Ул бәхетһеҙ икән, эргә-тирәләгеләр ҙә бәхетһеҙ була”, тип аңлатты психолог. Дөйөм алғанда, тормошта күп нәмә беҙҙән, ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙан, тора. Күп файҙалы кәңәштәр ишеттем. Әлбиттә, мин уларҙы ғаи­ләмдә, эшемдә, башҡа кешеләр менән аралашҡанда ҡулланасаҡмын, – ти Учалы ауылынан килгән өс бала әсәһе Зөлфиә Кәримова.
Яңырыу, гүзәллек, аҫыл зат стиле биләмәһендә матурлыҡ салоны, дизайнер кейеме оҫталары, стилистар бар халыҡты үҙенә ҡаратты. Кемдер — прическа, кемдер макияж серҙәрен үҙләштерҙе. Гардеробты нисек һай­ларға, бит тиреһен дөрөҫ тәрбиәләү алымдары һәм башҡа кәрәкле кәңәштәр алды.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты профилакторийы, “Урал” балалар шифаханаһы ла саранан ситтә ҡал­маған. Улар һауыҡтырыу процедуралары менән уртаҡлашты – ҡатын-ҡыҙҙарға фитосәйҙәр, кислород кок­тейлдәре тәҡдим ителде, теләгәндәр массаж эшләтте, барокамерала һаулығын нығытты.
Етенсе тиҫтәне тултырған Надежда Косогорцева ла “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” биләмәһенә ихлас күңелдән килгән. Һәм тәү сиратта үҙенә макияж эшләткән.
– Визажисым Анна Риттер мине ысын мәғәнәһендә бер нисә тиҫтә йылға йәшәртте, әллә күпме файҙалы кәңәштәрен дә бирҙе. Бөгөн минең кәйефем шундай яҡшы, үҙемде ысын ҡатын-ҡыҙ итеп тоям, йәшәйһе лә йәшәйһе килә. Бындай күңелле һәм файҙалы сараны ойоштороусыларға рәхмәтем сикһеҙ, – тип шатлығын йәшермәне ханым.
Күп ҡатындар байрамға балалары менән килгәйне. Әсәйҙәре төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә мәшғүл булған ваҡытта Белем биләмәһендә логопедтар, психологтар, спорт инструкторҙары тарафынан балалар өсөн саралар ойошторолдо. Кескәйҙәр өсөн иң ма­уыҡтырғысы мобиль планетарий бул­ғандыр, уның көмбәҙе аҫтында рәхәт­ләнеп йәнһүрәттәр ҡарап кинәнделәр.

Дөйөм алғанда, һәр кем “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә күңеленә ятырлыҡ шөғөл тапты. Үҙ эшен асырға теләгән тәүәккәлдәр өсөн Эшҡыуарлыҡ биләмәһендә был өлкәлә ярайһы уңыштарға өлгәшкән Учалы йүнселдәре үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ә йорт хужабикәләре Ижад, Сәскә, Тәмле һәм сәләмәт аҙыҡ биләмәлә­рендә ихлас шөғөлләнде.

Учалы ҡалаһында үткән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең хөрмәтле ҡунаҡ­тары араһында проекттың авторы һәм ойоштороусыһы Каринэ Хәбирова, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урын­баҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова бар ине.
13 тапҡыр паралимпия, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова сығышын учалылар алҡыш­тарға күмде.
– Кеше өсөн өлгәшә алмаҫлыҡ маҡсаттар юҡ – шуны һәр ваҡыт иҫе­геҙҙә тотоғоҙ. Тормошта төрлө ҡар­шылыҡтар осрай, уларҙы үҙегеҙҙең көсөгөҙгә ышанып еңергә тырышығыҙ, – тип өндәште ул ҡатын-ҡыҙҙарға.
Форумда “Ғаилә – именлек билә­мәһе” тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, райондың учреждение-ойошма етәкселәре ғаиләлә ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыу, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға хоҡуҡи һәм психологик ярҙам күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Сара аҙағында барыһы ла филар­монияның концерт залында йыйылды. Каринэ Хәбирова тамашасыларҙы тәбрикләп, Учалы еренең үҙенә генә хас энергетикаға, көскә эйә булыуын билдәләне һәм бында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланыуын белдерҙе.
– “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нән һуң, кемдер бөгөн үҙен бәхетлерәк тойоп, башҡаларға ла йылы өләшһә, проект үҙенең маҡсатына өлгәште тип әйтергә була. Беҙ был сараның рес­публиканың башҡа ҡала-райондарында ла танылыу алып, йыл һайын уҙға­рыласағына ышанабыҙ, – тип тамамланы сығышын Каринэ Хәбирова.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тағы ла бер бүләк көтә ине – башҡорт эстрадаһы йон­доҙҙары Зәйнетдин менән йырсы Зилиә Бәхтиева сығыштары алҡыштарға кү­мелде, учалылар артистарға ҡушылып йырланы һәм бейене.


Учалы районы.
Читайте нас