Йәмғиәт
11 Декабря 2019, 16:40

Банкоматты шартлатып, аҡсаһын алып ҡасҡандар

Ябай һауа шарын ҡулланып...

Яңылыҡтарҙы уҡыһаң, Голливуд ял итә, тиергә лә була. Мәҫәлән, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә билдәһеҙ кешеләр банк эсендә торған банкоматты шартлатҡан.
Был хәл 9 декабрҙә Космонавтар урамындағы "Россельхозбанк" эсендә була. Бурҙар мәкерле уйын ябай һауа шары ярҙамында тормошҡа ашыра.

Камераға ике ир эләгә, улар биттәрен ҡаплап банкка инә, береһенең ҡулында шар булғанлығы күренә. Артабан улар бинанан сығып, бер талай киткәс, шартлау тауышы яңғырай. Көслө тауышҡа йортта йәшәгән кешеләр ҡурҡып уяна. Шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәре килгәнсе, бурҙар аҡсалы кассеталарҙы эләктереп һыпыртыу яғын ҡарай. Әле хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шартлауҙан һуң мөғжизә менән генә иҫән ҡалған видеокамералар ярҙамында талаусыларҙың шәхесен асыҡлай.

Әйткәндәй, был енәйәт тәүгә түгел икән. 2016 йылда Өфөлә "Открытие" банкоматын тап шундай уҡ талау осрағы теркәлә. Ул ваҡытта ла ике егет, водород тултырылған шар, шартлау була. Күп кенә шаһиттар булыуға ҡарамаҫтан, бурҙар табылмай...

Фото: pixabay.com
Читайте нас