Социаль селтәрҙәрҙә ҡала урамдарының береһендә тағылмала мәйет алып китеп барған полиция машинаһының фотоһүрәтен һалғандар. Унан күренеүенсә, арбала өҫтө бер нимә менән дә ҡапланмаған үлек ир кеше ята. Автомобилдең дәүләт номерҙары Башҡортостандыҡы, күптәр фоторәсем Белорет ҡалаһында төшөрөлгән тип иҫәпләй.
Интернетта ғауға ҡупты. Күптәр: “Исмаһам, мәйеттең өҫтөн берәй нәмә менән ҡаплаһалар ни була?” - тип дәғүә белдерә, кемдер яуаплылыҡҡа тарттырыу менән янай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ла ғәйепләүселәр бар. Кемдер был хәлгә бөтөнләй ышанмай.
“Башинформ” агентлығы ваҡиға буйынса аңлатма биреүҙәрен һорап БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән.
- Белорет районы биләмәһендә үлтерелгән ир мәйете табыла. Фажиғә урынына оператив-тәфтиш төркөмө юллана. Енәйәт ҡылыуҙа шик тыуҙырған әҙәм ҡулға алына. Мәйет тиҙ арала енәйәт урынынан алыҫ булмаған ерҙә табылған арбаға һалып, моргка оҙатыла, - тип яуап бирәләр ведомствонан.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.