“Әсәйҙәр? һиҙәп кеүек, бөтә нимәне тотоп тора”. Ҡайһылай дөрөҫ һүҙҙәр. Уны биш балаға ғүмер биргән әсә Әлиә Шәрипова әйтте.
– Мин һеҙгә ҡарап һоҡланып ултырам. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләйһегеҙ, күптәрегеҙ эшләп тә йөрөй. Һәр берегеҙ һылыу һәм нурлы. Арағыҙҙа үҙемдең дә булыуыма ныҡ шатмын. Һеҙгә һәм балаларығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем, – тине Сибайҙан килгән был ҡатын. – Беҙгә ошондай ҡышҡы көндө матур байрам ойошторғандары, ҙурлап миҙал тапшырғандары, даими ярҙамдары өсөн дәүләткә һәм етәкселеккә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Бөгөн Әлиә менән бергә республиканың тағы иллегә яҡын күп балалы әсәһе “Әсәлек даны” миҙалын алды. Награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тапшырҙы.
Шулай уҡ ике ғаиләгә “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы ла тапшырылды. Был ҙур наградаға Дүртөйлө районынан туғыҙ бала тәрбиәләгән Лариса менән Борис Первушиндар һәм парашют спорты буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Алексей Бурениндың атаһы Александр Буренин лайыҡ булды.
Андрей Назаров әсәйҙәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уларҙы лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотланы, республикала күп балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Гүзәл заттар башлыса Архангел, Баймаҡ, Дыуан, Благовар, Нуриман райондарынан, Сибай, Өфө, Октябрьский ҡалаларынан ине. Улар араһында Учалы районы Сәфәр ауылынан Зәлиә Килмөхәмәтова ла бар.
– Биш балабыҙ бар. Һәр береһен яратып, бәхет теләп Алсын, Зөләйха, Әнилә, Арыҫлан, Милена тип исемдәр бирҙек. Әле ер участкаһы алдыҡ, ирем бура бурай. Үҙебеҙгә ҙур йорт һалабыҙ. Мин өйҙә ултырһам да, мал-тыуар тотам, баҡса үҫтерәм. Балаларым ҡул араһына инде, ярҙам итешә, – ти ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.