Кисә Софья Ғизәтуллина Израилдән ҡайтырға сыҡты - был турала ирекмән Регина Бергулиева белдергән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ике аҙна ярым тирәһе Стәрлетамаҡ районынан ғәҙәти булмаған йөҙ-ҡиәфәтле ҡыҙ сит ил клиникаһында табип күҙәтеүе аҫтында булды. Соняның йөҙ-бит етешһеҙлеген бөтөрөү буйынса операция эшләнер тип көтөлгәйне, әммә нейрохирургтар, неврологтар, йөҙ-бит, пластика хирургтары, отоларингологтар консилиумы "әлегә баланы күҙәтергә" тигән ҡарар сығарҙы.
"Софьяның күҙ нервыһы шеше юҡ, йоҡоһо яҡшы, баш мейеһенең ҡан баҫымы нормала - шуға әлегә тик күҙәтеү аҫтында ғына булырға тейеш", тип аңлатма биргән "Хорев" медицина үҙәгенең баш табибы Роман Барак. Алда, уның яңы диагноздары ла беленде, тип яҙғайныҡ инде. Унан тыш, наркозды күтәрә алмауы, операциянан һуң етди өҙлөгөүгә дусар булыу хәүефе лә янай ине. Шуның өсөн әлегә операция тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел, тип хәлде баһалаған Израиль табиптары.
Артабан ни булыр, ниндәй дауалау тәғәйенләнгән - былар тураһында Регина уларҙы ҡаршы алғас билдәле буласағын белдерҙе. Шатландырырмы, көйҙөрөрмө уларҙың хәбәре - көтәйек.