Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2019, 20:30

Трамвай 18 йәшлек егетте бәргән...

Ул капюшон һәм наушник кейгән булған, үҙенә етеп килгән транспортты күрмәгән.

Трамвайҙарҙың, ғөмүмән, электр транспортының бик уңайлы икәнлеген бер кем дә инҡар итмәҫ. Тик бер нәмәне – уларҙың хәүеф сығанағы икәнлеген – һис тә иҫтән сығарырға ярамай. Юғиһә фажиғә сәбәпсеһенә әйләнеүҙәре ихтимал. Салауат ҡалаһында ана шундай бик аяныслы хәл теркәлгән.
Трамвай 18 йәшлек егетте бәргән. Ул капюшон һәм наушник кейгән булған. Егет үҙенә етеп килгән транспортты күрмәгән. Бәрелеш шул тиклем көслө булған, ул йәйәүлене хатта бер нисә метрға алып бәргән. Егет бик ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелгән. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Һуңғы ваҡытта йәштәрҙең наушниктар арҡаһында әллә күпме бәлә-ҡазаға тарыуы хаҡында йыш ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ. Һәр нәмәнең үҙ урыны һәм ваҡыты була, тигәндәй, музыка тыңламай тороп, наушниктарҙы юлдарҙа, бигерәк тә уларҙың киҫешкән урындарында сисергә кәрәк. Юғиһә күптәр транспорт тауышын ишетмәй. Һөҙөмтәлә әллә күпме кеше йәрәхәтләнә, хатта ғүмерҙәре өҙөлә.
...Ә 18 йәшлек егеткә тиҙерәк һауығыуын теләйек. Яңы йылға егерме генә көн ҡалды. Был байрамды барыбыҙға ла имен-һау, иҫәнлектә-һаулыҡта ҡаршыларға насип итһен.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас