Йәмғиәт
12 Декабрь 2019, 09:45

Учалы шыршыһына нисә йәш?

Быйыл Учалы шыршыһы яңыса балҡыны – уны 3Д яҡтыртҡыслы иллюминация биҙәне. Махсус программа төҫтәр, уларҙың йүнәлеше менән идара итергә мөмкинлек бирә.

Учалыла ҡала шыршыһын асыу тантанаһы үтте һәм Яңы йыл сараларына рәсми старт бирелде.
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов халыҡты ҡотлап, Яңы йыл ҡаласығын эшләүҙә тырышлыҡ күрһәткән тау-байыҡтырыу комбинаты, электр селтәрҙәре, “Дорзеленстрой” һәм башҡа предприятие-учреждение хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен еткерҙе.
Әйткәндәй, Учалының төп шыршыһына дүрт тиҫтәнән ашыу йыл, уның каркасы 1970 йылдарҙа тау-байыҡтырыу комбинатының ремонт-механика цехы оҫталары тарафынан йөҙәрләгән металл конструкцияларҙан йыйылған.
Быйыл Учалы шыршыһы яңыса балҡыны – уны 3Д яҡтыртҡыслы иллюминация биҙәне. Махсус программа төҫтәр, уларҙың йүнәлеше менән идара итергә мөмкинлек бирә.
Заманса иллюминация былтыр “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” республика көнкурсындағы икенсе урын өсөн бирелгән премия аҡсаһына һәм урындағы бюджет иҫәбенә һатып алынған.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас