Йәмғиәт
13 Декабря 2019, 13:48

Башҡорт матбуғатының тарихын юллап

1917-1918 йылдарҙа Башҡорт өлкә бюроһы / Башҡорттар үҙәк шураһы (советы) тарафынан нәшер ителгән “Башҡорт” гәзитенең фәнни электрон публикацияһы Почет Билдәһе орденлы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы һәм “Башҡортостан” гәзите редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Тикшеренеү проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына ғәмәлгә ашырылды.

Электрон баҫма Башҡорт Автономияһын аяҡҡа баҫтырыу буйынса үҙенсәлекле тәүсығанаҡты фәнни әйләнешкә индерә. Унда тәүге милли баҫманың билдәле булған 39 һанының 37-һенең Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө һәм Ҡазан ҡалалары китапханалары һәм архивтарында эшләнгән һанлы күсермәһе, шулай уҡ уның төп коллекцияһының факсимилеһы бирелгән.

Баҫма республиканың 100 йыллығына арнала һәм гуманитар-ғалимдар, студенттар, аспиранттар, шулай уҡ Башҡортостандың ХХ быуат башындағы тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тәғәйенләнә.

Китапты ҡарарға: http://bash.bashgazet.ru/uploads/Bashkort.pdf
Читайте нас