Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 15:00

"Донъя кафеһы" нимә хаҡында фекер алыша?

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡортостан райондары һәм ҡалалары ҡоролтайҙары етәкселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән берлектә ултырышбашланды.

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡортостан райондары һәм ҡалалары ҡоролтайҙары етәкселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән берлектә ултырыш
башланды. Унда "Башҡорт телендә һөйләшеүселәрҙең һанын нисек арттырырға?", "Нисек эшҡыуарҙарҙы йәлеп итергә?", "Нисек айыҡ милләт булырға?", "Нисек башҡорттар һанын арттырырға?", "Нисек башҡорт халҡын берләштерергә?", "Нисек тарихты һаҡларға?", "Нисек ауыл клубтарын йәнләндерергә?", "Нисек социаль селтәрҙәрҙе үҫтерергә?", "Нисек йәштәрҙе йәлеп итергә?", "Нисек ҡоролтайҙың абруйын күтәрергә?" тип аталған өҫтәлдәрҙә атап әйтелгән темалар күтәреләсәк.

Сараны асып, Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе урыбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм эшлекле һөйләшеүҙәр, тәҡдимдәр күберәк булыуын теләне.
Читайте нас