Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 15:52

“Мин – Маҡарҙан!” – тип ғорурланып йәшәй улар

Һәр райондың йөҙөк ҡашы булырҙай матур ауылы була. Ишембай районында бындай ауыл – Маҡар, тиһәк, моғайын, күптәр ризалашыр. Ундағы тәбиғәт кенә үҙе ни тора бит! Ә кешеләре һуң?! Башҡортостан яҙмышында ҙур роль уйнаған бихисап шәхестәр сыҡҡан бынан. Ҙур, төҙөк, матур башҡорт ауылдарының береһе Маҡарҙы республикабыҙҙа яҡшы беләләр. Быйыл республиканың муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үткәргән “Матур ауыл” бәйгеһендә маҡарҙарҙың икенсе урынға лайыҡ булыуы ла уларҙың абруй һәм үҫеш кимәлен раҫлай. Ҡыҫҡаһы, ошо ауылға барып, гәзит уҡыусыларҙы уның менән яҡындан таныштырмаҡсы булдыҡ.

Төҙөк, матур, бай тарихлы ауыл менән ғорурланмаҫлыҡ түгел.


Һәр райондың йөҙөк ҡашы булырҙай матур ауылы була. Ишембай районында бындай ауыл – Маҡар, тиһәк, моғайын, күптәр ризалашыр. Ундағы тәбиғәт кенә үҙе ни тора бит! Ә кешеләре һуң?! Башҡортостан яҙмышында ҙур роль уйнаған бихисап шәхестәр сыҡҡан бынан. Ҙур, төҙөк, матур башҡорт ауылдарының береһе Маҡарҙы республикабыҙҙа яҡшы беләләр. Быйыл республиканың муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үткәргән “Матур ауыл” бәйгеһендә маҡарҙарҙың икенсе урынға лайыҡ булыуы ла уларҙың абруй һәм үҫеш кимәлен раҫлай. Ҡыҫҡаһы, ошо ауылға барып, гәзит уҡыусыларҙы уның менән яҡындан таныштырмаҡсы булдыҡ.


Шифалы шишмәләр илендә


Ҡарлы, һалҡын көндә юлға сыҡтыҡ. Стәрлетамаҡтан йырағайған һайын тәбиғәт йәмләнә килә. Ауылға етәрәк иһә тауҙар, төҙ ҡарағайҙар күренә башлай, мәғрур ҡаялар ҡаршы ала. Шулай ҙа иң иҫте китәргәне, әлбиттә, Маҡарҙың үҙе. Килеп инеү менән төҙөк, ҙур йорттар теҙелгән. Тырыш кешеләр йәшәгәне әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.
Меңгә яҡын кеше йәшәй бында, бөтәһе 465 йорт бар икән. Маҡар шул яғы менән үҙенсәлекле: ул урман эсендә, төпкөлдә ултырһа ла, бик заманса ауыл. Электр, һыу, газ кеүек заман уңайлыҡтары бында әүәлдән тормошҡа ашырылған. Ҙур мәҙәниәт йорто, урта мәктәп, уның янында сәнғәт мәктәбе филиалы, дауалау амбулаторияһы, балалар баҡсаһы, моделле китапхана, спорт залы, почта, балалар майҙансығы, магазиндар, кафелар – иркен йәшәү өсөн бында барыһы ла бар.
Маҡар матур ғына түгел, ә бай тарихлы ауыл да. Уның тураһында XVII быуат аҙағы, XVIII быуат башынан билдәле. Әйткәндәй, Ишембай ра­йоны бер осор Маҡар районы тип йөрөтөлгән. Был уның ҙур һәм бай ауыл булыуына ишара. Ғалимдар фекеренсә, әле ауылға 340 йыл тирәһе.
Ата-бабалар төйәк итеү өсөн ғәжәйеп матур урынды һайлаған. Һикәҙе йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан ауылды Йәнәле, Селтербей тауҙары, Кәлимосҡан ҡаяһы уратып алған. Салауат Юлаев мәмерйәһе, Күкҡарауыҡ шарлауығы иһә – райондың иң билдәле урын­дарының береһе. Бында шишмәләр, тарлауыҡтар, мәмерйәләр бихисап. Шишмә тигәндән, ул маҡарҙарҙың ғорурлыҡ өсөн тағы бер сығанағы. Аллағыуат шишмәһе тотош ауылды тап-таҙа эсәр һыу менән тәьмин итә.
Уның һыуын феләкләп тултырып, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө тарафтарына алып ҡайталар. Йәнә Шишмә соҡоро, Ҡолоҡ шишмәләре бар. Улар бик тәрәндән урғылып сыға, һыуы таҙа һәм һалҡын, унда ҡондоҙҙар йәшәй, ҡыр өйрәктәре төйәк иткән. Әсебашы ҡойоһонда иһә фтор бик күп. Урындағыларҙың ышанысына ярашлы, ауылдың ошо ҡойоһо яғында йәшәгән кешеләр ғаиләһендә башлыса малайҙар тыуа икән. Был әлеге һыуҙың мөғжизәһе. Ҡойо янында ҡышын да йәшел үлән үҫә, тоҙло һыуы йыл әйләнәһенә туңмай. Ул ашҡаҙан ташынан да дауалай, тиҙәр.
– Йәнтөйәгебеҙ иҫ китмәле хөрриәт баҡсаһына тиң. Бөтә яҡлап та бейек ағастар уратып алһа ла, һәр кем үҙенең ихатаһында ла ағас ултырта. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәте йомшаҡ. Яҡын-тирәлә үҫмәгән емеш ағастары бында емерелеп уңа. Быйылғы һымаҡ мул алма әллә ҡасандан бирле бул­ғаны юҡ ине. Шулай уҡ ҡурай еләге, сейә, ҡарағат уңмаған йыл юҡ. Ошо урынды һайлап килеп ултырған ата-бабаларыбыҙға шул тиклем рәх­мәт­лебеҙ, – ти маҡарҙар исеменән мәктәп директоры Гөлнара Хисмәтуллина.


Кәңәшле эш тарҡалмаҫ


Эйе, тарихы бай, тәбиғәте матур ауыл халҡы киләсәккә ҡарап йәшәй. Уларға көнкүреш өсөн уңайлы шарттар, эш урындары кәрәк. Беҙ килгән көндә Маҡар мәҙәниәт йортона ауыл­дың аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре, әүҙем йәмәғәтселәре һәм битараф булмаған кешеләр йыйылды. Тәмле сәй табынында ағинәйҙәр бүлмәһендә йәнле һөйләшеү ойошторолдо. Унда ауыл хакимиәте башлығы Эльвира Иман­ғолова ла ҡатнашҡас, ул бөтөн­ләй эшлекле төҫ алды.
Тәү сиратта һүҙ конкурста еңгән аҡсаны нисек тотоноу тураһында барҙы. Эйе, 300 мең һум аҡса ауыл өсөн ҙур сумма ла түгел, тик белеп тотонғанда, бер файҙалы эшкә ебә­рергә мөмкин. Конкурс шарттары буйынса, аҡса төҙөкләндереүгә бүле­нергә тейеш, шуға күрә маҡарҙар уны балалар йәки спорт майҙансығы эшләүгә йүнәлтер тип көтөлә.
– Маҡарҙы бик яратабыҙ. Ауы­лы­быҙ ҙа, халҡыбыҙ ҙа бик матур. Һәр кемдең яҡшыраҡ йәшәр өсөн тырышып ятҡан көндәре. Беҙҙең яҡта халыҡ егәрле ул, – тине 85-се йәше менән барған аҡһаҡал Мансур Шәмсетдинов.
Бабай ауылының уңышына ифрат шат, бәйгелә еңеүҙәренә арнап шиғыр ҙа яҙған һәм бер байрамда халыҡҡа уҡып ишеттергән.
Ауылдың төп ағинәйе Мәрйәм Солтанова ла килгәйне осрашыуға. Рә­сәй­ҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены, “Башҡортостан Рес­публикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” почет билдәһе кавалеры, Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы – республикала билдәле шәхес. Ул, ғөмүмән, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән иң әүҙем кешеләрҙең береһе. Мәрйәм Солтанованың һәм уның эшҡыуар улының ярҙамы менән бында бик ҙур эштәр башҡарылған һәм әле лә дауам итә.
– Беҙҙең ауыл – кәңәшле ауыл. Бында өлкәндәр һүҙен тыңлап эш итәләр. Беҙ йыйылыш ойоштороп, тәүҙә матур концерт күрһәтербеҙ, аҙаҡ халыҡ менән бергә аҡсаны нисек тотонорға икәнлеген бергә хәл итербеҙ. Киләһе йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Был ҡарарға бик шатландым. Ҙур ҡала булһынмы, бәләкәй ауылмы, республика кимәлендә шундай иғти­бар бар икән, тимәк, беҙҙең биләмә­ләр, айырыуса ауылдар бөтмәйәсәк. Матур, төҙөк төбәктә йәшәге килеп кенә тора бит ул, – тине Мәрйәм Солтанова.
Ағинәйҙең ауылдаштарына әйтер һүҙе, тәҡдимдәре күп ине. Ул бер­гәләшеп тирә-яҡты, айырыуса йылға һәм шишмә буйҙарын таҙартырға, дөйөм өмә үткәрергә кәңәш итте. Шулай уҡ хужалары үлеп, етемһерәп ҡалған йорттарҙы иғтибарға алайыҡ, тине. Уларҙың балаларын, туғанда­рын табырға, аҙаҡ йә һатып ебәрергә, йә төҙөкләндереп йәшәргә. “Матур ауылыбыҙҙың йәмен ебәреп ултыр­маһын ине шундай йорттар. Кеше йә­шәгән һәр йорт матур һәм ҡараулы. Халыҡ башҡаларҙан кәм булмаҫҡа тип тырышып ята ул. Ошондай йорттарҙы ла бөтөрәйек”, – тине ул.

Маҡарҙың тағын бер аҡһаҡалы Фаяз ағай Ғәзәлиев тә ошо фекер менән килешә.
– Үҙ йортон, ихатаһын һәр кем ҡарап, йыйыштырып тора. Йәмәғәт урын­дарын бергә йыйыштырайыҡ. Өмә ойоштороп, зыяратты рәтләү ма­тур йолаға әйләнде бит. Тау тирәһен, йылға буйҙарын да таҙар­тайыҡ, – тине ул.
Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән мәктәп директоры Гөлнара Рим ҡыҙы Хисмәтуллина ла һөйләшеүгә ихлас ҡушылды.

– “Матур ауыл” бәйгеһендә бөтәбеҙ бергә ҡатнаштыҡ һәм унда икенсе урынды алыуыбыҙ ҙа уртаҡ ҡаҙаныш тип иҫәпләйем. Тауыш бирҙек, сәм­ләндек, кем генә ҡушылманы, ярҙам итмәне беҙгә. Иң бай тарихлы, иң матур ауыл ул беҙҙең Маҡар, кеше­ләре менән дә көслө. “Мин – Маҡар­ҙан!” – тип ғорурлана бында тыуып үҫкәндәр һәм йәшәгәндәр, – тине директор.

Был аралашыу ике сәғәт самаһы дауам итте. Инәй-ағайҙарҙың тыуған ауылдары өсөн ысын йөрәктән яныуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Улар төрлө проблемаларҙы күтәрҙе, шул уҡ ваҡытта уны хәл итеү юлдарын да тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы һөйләшеү килеп сыҡты.
– Биләмәне яйлап үҙебеҙ матур­ларбыҙ. Балалар майҙансығы бар. Үҙ көсөбөҙ менән тағы берҙе булдыра алабыҙ. Ә бына махсус ҡорамалдар менән һәйбәт спорт майҙансығы төҙөлһә, яҡшыраҡ булыр ине. Уны беҙҙән йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә һорай. Урыны ла билдәләп ҡу­йылған. Халыҡты йыйып һөйлә­шербеҙ һәм аныҡ ҡарар сығарырбыҙ. Депутаттар, ағинәйҙәр, актив бергә хәл итәсәк, – тине хакимиәт башлығы Эльвира Иманғолова.
Шунда уҡ өлкәндәр ауылдарының абруйлы шәхестәрен барлап сыҡты. Ысын күңелдән улар менән ғорур­ланалар һәм данлайҙар. Мәҫәлән, рус колонизаторҙарына ҡаршы көрәшкән Маҡар Һөйәрғолов, Баш­ҡортостандың 1925 – 1930 йыл­дарҙағы Совнарком рәйесе Әхтәм Мөхәммәтҡолов, данлыҡлы ағалы-ҡустылы Әмир, Гәрәй һәм Мөхтәр Ҡарамышевтар, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Ғәле Ҡарамышев, Госиздаттың сектор мөдире Әхмәт Йомағужин, БР мәҙәниәт министры булған Тәлғәт Сәғитов, яҙыусылар Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Эльмира Сәсәнбаева, профессорҙар К. Вәлиев, Д. Кейекбаев, З. Ғәбиҙуллин, Ф. Мыр­ҙаҡаев, Ф. Мөхәмәтшин, бик күп фән кандидаттары, яҙыусылар һәм артис­тар сыҡҡан икән был ауылдан.


Мәктәп гөрләй, амбулатория эшләй


Эйе, ауыл халҡы үҙенең шәхестәре менән бик ғорурлана. Улар артабан да республика һәм ил өсөн лайыҡлы кешеләр тәрбиәләү менән мәшғүл. Бында мәктәп ҙур роль уйнай.
Йыйылышта сығыш яһаған аҡһа­ҡалдар ҙа мәктәпкә күҙ төбәп кенә тора. Алдан әйтеп китеүебеҙсә, бында, урта мәктәптән тыш, Ишембай сәнғәт мәктәбенең филиалы ла эш­ләй. Беренсе кластан алып етенсегә тиклем балалар музыка мәктәбенә йөрөп өҫтәмә белем ала. Уларҙы вокалға, хорға, төрлө уйын ҡоралда­рында уйнарға өйрәтәләр. Ауылда музыка мәктәбе булыу бәхете күп ауыл түгел, ҡайһы бер ҡала ерҙәренә лә тәтемәй әле. Маҡарҙа уның бар­лыҡҡа килеүе – Мәрйәм Солтанова­ның тырышлығы һөҙөм­тәһе. Был филиалды ул 1997 йылда уҡ астырыуға өлгәшә. Бөгөн бында бер нисә быуын уҡыусылар белем алып сыҡҡан. Хәҙер күптәре ҡала­ларға барып, урта һәм юғары музыка белеме алып ҡайтып, ауылдарында төпләнгән һәм бәләкәй балаларҙы ла үҙ һөнәренә өйрәтеүҙе дауам итә. Шулай уҡ республика мәктәптәрендә эшләгәндәр, бөгөн сәхнәләрҙә йырлап, уйнап йөрөгәндәр күп.
– Был музыка мәктәбен асыу минең ҙур хыялым ине. Шөкөр, ул тормошҡа ашты. Хәҙер үҙем белем биргән уҡыусыларым ҡайтып эшләп йөрөй. Шул бәхет түгелме ни? Музыка буйынса белем алыу мөмкинлеге балаларға кәрәк ул. Ул бит уны шәхес булараҡ төрлө яҡлап үҫтерә, һәләт­тәрен аса, – ти Мәрйәм Солтанова.
Мәктәпкә килгәндә, ул бик боронғо. 1872 йылда уҡ бында ике йыллыҡ рус-башҡорт училищеһы асылған. Мәктәп бөгөнгә тиклем эшләй һәм районда иң олпаттарҙан иҫәпләнә. Әлбиттә, уның бинаһы бер нисә тапҡыр яңынан һалынған.
Ауыл мәктәбе директоры Гөлнара Рим ҡыҙы белдереүенсә, әле мәк­тәптә 105 бала белем ала. 2004 йылда уҡ бында ҡала мәктәптәрендә булмағанса евроремонт эшләнгән, бина эсендә йылы бәҙрәфтәр ҡуйылған. Мәктәп үҙенең көслө педагогтары менән дан алған. Бында белем алып сыҡҡан уҡыусыларҙың күпселеге юғары уҡыу йорттарына инә. Бушҡа ғына профессорҙар һәм фән кандидаттары күп сыҡмаған икән ауылдан. Спортҡа ла иғтибар ҙур, волейбол, баскетбол, көрәш, шашка буйынса түңәрәктәр даими эшләй.
Мәктәп ауыл тормошонда бик әүҙем ҡайнай. Уҡыусылар һәм уҡы­тыу­сылар төрлө сараларҙа, өмәләрҙә дәррәү ҡатнаша.

Маҡарҙар лайыҡлы рәүештә үҙҙәренең дауаханаһы, дөрөҫөрәге, табиптары менән ғорурлана. Бында, табип амбулаторияһында, биш урынлыҡ көндөҙгө стационар эшләй. Халыҡты ирле-ҡатынлы Богдановтар ҡабул итә. Улар элегерәк бында йәшәп, эшләп, икенсе районға киткән. Тик тыуған ер үҙенә тарта шул. Улар кире әйләнеп ҡайтҡан һәм яңынан эш башлаған. Әминә менән Варис Богдановтарҙың ҡайтыуы – Маҡар ғына түгел, тирә-яҡтағы башҡа ауыл кешеләре өсөн дә ҙур шатлыҡ. Был тәжрибәле, ипле, кешелекле ғаиләне бөтәһе лә бик ярата.
– Богдановтарҙың бында ҡабул итә башлағанын белгәс, ҡайһы бер күрше ауыл кешеләре, беҙҙең дауа­ханаға ҡарамаһа ла, уларҙа ҡаралыр өсөн махсус беркетелеп, даими йөрөй башланы, – ти маҡарҙар.
Богдановтар икеһе лә юғары категориялы терапевт. Улар үҙҙәренең пациенттарының ауырыу тарихтарын ҡағыҙға ҡарамай ҙа белеп тора, һәр кемгә тейешле дауаһын яҙа һәм ярҙам итә. Маҡарҙа ғына ҡабул итеп ҡалмайҙар, күрше ауылдарға ла сығалар.
Маҡарҙың йәнә бер үҙенсәлеге – бында үҙҙәренең “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте бар. Улар ҙа эшһеҙ тормай. Көнөнә әллә нисә мәртәбә сығып әйләнә. Кемгәлер урында ярҙам итәләр, кемделер тиҙ арала Ишембай дауаханаһына алып барып еткерәләр. Ауыл ҡаланан 55 километр самаһы йыраҡлыҡта урынлашҡас, улар Ишем­байҙан килгән “Ашығыс ярҙам”­ды көтөп ултырырға мәжбүр түгел. Тик бөгөн дауаханала стационар машина мәсьәләһе хәл ителмәгән. Табиптар күрше ауылдарға шәхси траспортта йөрөргә мәжбүр.
Бынан тыш, теш табибы, педиатр, акушер, фельдшер, шәфҡәт туташтары, лаборатория эшләй. Кәрәк саҡта бөтәһе лә ярҙамға килергә әҙер. Кемдер килеп укол ҡаҙата, система ҡуйҙырта, тешен дауалай, анализ бирә ала. Ҡыҫҡаһы, ауыл йәшәһен өсөн амбулатория ла бик кәрәк.
Әйткәндәй, дөйөм тырышлыҡ менән был бинаға ла өлөшләтә ремонт яһалған, тәҙрә-ишектәр алмаш­ты­рылған. Бина иҫкерәк, ул 1932 йылда уҡ һалынған булған, шуға күрә киләсәктә уға тулыһынса ремонт эшләргә әҙерләнәләр.


Ағинәйле төбәк – рухлы


Маҡарҙа ағинәйҙәр хәрәкәте көслө. Уның етәксеһе – Сәтирә Әхмәтйәнова. Тәүҙә был ойошма булдырылғас та, рәйесе итеп Мәрйәм Солтанова ҡуйыла. Тик ул оҙаҡ та эшләп өлгөр­мәй, уны тотош Ишембай ҡалаһы һәм районының ағинәйҙәр советы рәйесе итеп ҡуялар. Әлбиттә, ул ауыл тормошонан да ситтә ҡалмай, бергә эшләйҙәр.
Сәтирә апай иһә ойошмаға һигеҙ йыллап етәкселек итә.

– Бик әүҙем булған 10-12 кешебеҙ бар. Өлкән йәштәге апайҙарҙың барыһы ла йөрөргә тырыша. Беҙ элекке йолаларҙы тергеҙеү менән шөғөлләнәбеҙ, уларҙы өйрәнәбеҙ, балалар менән шөғөлләнәбеҙ. Ауыл тормошондағы бөтә эштәрҙә лә ҡат­нашып, ҡайнап йәшәйбеҙ, – ти ул. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағза­лары менән дә берлектә эшләй улар. Йыр-бейеү, күңел асыу менән генә сикләнмәйҙәр, әлбиттә. Эске­лек­кә, ялҡаулыҡҡа ҡаршы көрәш алып бара­лар. Йәштәргә ғаилә ҡиммәт­тә­рен һең­дерергә, парһыҙҙарҙы ҡушыр­ға ты­рышалар. Балалар тәр­биәләүҙә яр­ҙам һәм өлгө күрһәтәләр. Клубта, мәсеттәрҙә үткәргән байрамдарҙа ҡат­нашалар. Бер концерт та уларҙың ҡат­нашлығынан тыш үтмәй икән бында.
Сәтирә апайҙың һүҙҙәренә мәҙә­ниәт йорто етәксеһе Гөлиә Көмөш­баева ла ҡушыла. Ул үҙе лә ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы икән. Маҡарҙа 1980 йылдарҙа уҡ төҙөлгән “Әхирәттәр” фольклор төркөмө булған. Уның эш­мәкәрлеге бер ни тиклем һүлпән­лә­неп торғандан һуң, ағинәйҙәр ойош­маһы барлыҡҡа килгәс, “Ағи­нәйҙәр” фольклор төркөмө булараҡ эште дауам иткән.

– Беҙ ауыл, район, республика кимәлендәге барлыҡ конкурстарҙа ла тиерлек ҡатнашабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, Талбазыла, Федоровка, Мәсетле райондарында, Өфөлә үткән сараларҙа сығыш яһаныҡ. Төбәк-ара ярыштарҙа призлы урындар алып торабыҙ. Район кимәлендәге “Йырлы ауыл” бәйгеһе бик матур үтте, әле уның һөҙөмтәһен көтәбеҙ, – ти Гөлиә Көмөшбаева.

Фольклор төркөмөнөң нигеҙендә ағинәйҙәр торһа ла, улар йәштәрҙе лә йәлеп итергә тырыша. Клуб эшләгәс, ауыл гөрләп тора. Ул 2003 йылда төҙөлгән икән. Быйыл 100 мең һумлыҡ грант та отҡандар. Ул ҡорамалдарҙы яңыртыу, сәхнәне биҙәү өсөн тотоноласаҡ.


Ауылыбыҙ барҙа, ҡалаһы ары торһон


Маҡар ауылы кешеләре менән матур тигәйнек. Бында, ысынлап та, егәрле, бар яҡтан уңған кешеләр йә­шәй. Ундайҙар араһында йәштәрҙең күп булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Быға дәлил – Ирғәлиндәр ғаиләһе.
Алһыу менән Динар өс балаға ғү­мер биргән. Өлкән ҡыҙҙары Ралинаға ун йәш, Даниэль быйыл саҡ мәктәпкә уҡырға барған, ә кескәй Искәндәргә оҙаҡламай ике йәш тула. Балалары бәләкәй булһа ла, Алһыу өйҙә ятмай, ул декрет ялын тамамлап, яратҡан эшенә сыҡҡан. Маҡарҙағы музыка мәктәбен тамамлаған ҡыҙ артабан да ошо һөнәре буйынса юғары белем алып сыға һәм бөгөн, тыуған ауылына ҡайтып, үҙе балаларға музыка белеме бирә.
Был ике ҡатлы күркәм йортта оҫта ҡуллы хужа, егәрле хужабикә йәшә­гәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Үҙе һалып сыҡҡан йорттоң һәр еренә Динарҙың ҡулы тейгән. Ул ағас оҫтаһы, өй йыһаздарын үҙе эшләгән. Икенсе ҡатҡа менә торған семәрле баҫҡыс та уның хеҙмәте. Алһыу иһә йорттарын ҡул эштәре менән биҙәй.
Беҙ уларға барған көндө хужа өйҙә юҡ ине. Динар – шәхси эшҡыуар, уның “Уңайлыҡ оҫталары” тип аталған бәләкәй генә фирмаһы бар. Динарҙың бригадаһында дүрт кеше эшләй, оҫталар райондың һәм республиканың төрлө биләмәләренә барып кешеләргә матур йорттар һала, биҙәү эштәре башҡара.
– Динар эшен еренә еткереп, зауыҡлы башҡара. Шуға уларҙың заказдары күп. Уны республиканың төрлө тарафтарынан табып, саҡырып алалар. Бына әле лә бригадаһы менән эшкә китте, – ти Алһыу.
Бәләкәй балалар менән ауылда йәшәүе ауыр түгелме һуң, тигән һорауға ул ике уйлап та торманы:

– Ҡала тормошо минең өсөн түгел. Маҡарға еткән урын юҡ. Ауылда йәшәү өсөн барыһы ла бар, тик йыбанмаҫҡа ғына кәрәк, рәхәтләнеп ғүмер итәбеҙ, – тине.


Йәштәр ҡайтһын тип кенә торалар


Ауылдың бөгөнгөһө, киләсәге, кешенең нимә менән йәшәүе тура­һында, әлбиттә, ауыл хакимиәте баш­лығы белә. Эльвира Риф ҡыҙы Иманғолова был вазифаға яңы тәғәйенләнһә лә, ауыл хакимиәте эшен бик яҡшы аңлай, сөнки ошоға тиклем ул хакимиәттә ун йыл эштәр идарасыһы булған.
– Халыҡ йә бюджет ойошмаларында, йә үҙенә эшләй. Йүнселдәр хеҙмәт урындары булдырып, башҡа­ларға эш бирә. Бөтә ерҙәге кеүек ирҙәребеҙҙең бер өлөшө Себергә китә, бынан ҡасып булмай инде әлегә. Дөйөм алғанда, маҡарҙар хеҙмәт ярата, ныҡ әүҙемдәр. Бөтә сараларҙа ҡатнашалар, ярҙамға киләләр, кәңәш бирәләр. Өлкән быуын да әүҙем, мин башлыҡ булып эш башлағас, күптәр килеп кәңәштәрен бирә, ярҙам итергә тырыша. Ауылыбыҙҙы нисек яҡшыраҡ итергә тигән маҡсаттан йөрөй инде улар. Миңә был хәстәрлектәре оҡшай. Улар бит был ауылда ғүмер буйы йәшәгән, тәжрибәләре бар, нимә мөһим икәнлеген беләләр, – ти ул.
Бында бар эш тә депутаттар советы менән бергә башҡарыла. “Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы мөмкинлектәрен йыл һайын файҙаланырға тырышалар. Быйыл да был эштең тәүге этабы тамамланған, аҡса һыу үткәргес сел­тәрен ремонтлау өсөн тотоноласаҡ.
Бәйгегә килгәндә, унда ҡатнашыу теләген дә ауыл халҡы берлектә хәл иткән икән.

– Ауыл һәм районыбыҙ ғына түгел, беҙҙең өсөн Рәсәйҙән һәм хатта сит илдәрҙән дә тауыш биреүселәр, янып көйөүселәр күп булды. Халыҡтың әүҙемлеген, берҙәмлеген күреп шат­ландыҡ. Беҙҙе был ярыш тағы бер тапҡыр берләштерҙе. Икенсе урын бик лайыҡлы тип иҫәпләйбеҙ, – ти Эльвира Риф ҡыҙы.
Ауылдың киләсәктә үҫешеү өсөн мөмкинлектәре бик күп. Мәҫәлән, туризм. Ишембай районында булды­рылған геопарк биләмәһенә Маҡар­ҙың бер өлөшө лә инәсәк, тигән яңылыҡты ишеткәс, ауыл халҡы был йәһәттән дә үҫешкә өмөтләнә. Маҡар үҙенең Күкҡарауыҡ шарлауығы менән дан тота. Апрелдән 9 Май байрамына тиклем ул үҙенең тулы көсөнә инә һәм был осорҙа туристар өҙөлмәй. Көнөнә кәмендә 700-ләгән машина үтә. Халыҡ шарлауыҡты ҡарай, Салауат Юлаев мәмерйәһенә менә. Ул яланда төрлө республика һәм район кимәлендәге фестивалдәр һәм ҙур саралар ҙа үткәрелә икән. Геопарк тулы көсөнә эш башлаһа, Маҡарҙа ла ыңғай үҙгәрештәр булыр тип көтәләр.
– Матур урында матур уйҙар тыуа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Беҙ ауылды төҙөкләндерергә, уны йәштәр өсөн ылыҡтырғыс итергә тырышабыҙ. Бөтә шарттар ҙа булһа, кеше үҙе бында йәшәргә ынтылып торасаҡ бит. Беҙҙә, мәҫәлән, бында йәшәп, Стәрлетамаҡта йәки Ишембайҙа эшләгәндәр бихисап. Тимәк, уларҙың ауылда, матур төбәктә йәшәгеһе килә, – ти ул.
Артабан да эш урындары булдырыу йәһәтенән фекерҙәр байтаҡ. Бында ҙур өмөт эшҡыуарҙарға бағлана. Ауылға килеп эшләргә теләк бел­дергән инвесторҙар бөгөндән бар. Мәҫәлән, бер йүнсел пекарня асырға йыйына. Унда кәмендә биш кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Тағы бер нисә проект әҙерләнә. Хакимиәт эшҡыуарҙар менән һәр ваҡыт әүҙем аралаша, уларға ярҙам итергә әҙер.
Ауылда магазиндар, кафе эшләй. Кафеларында хәләл ризыҡ менән ге­нә һыйлайҙар. Унда туҡланыу һәм хеҙ­мәтләндереү шул тиклем юғары ки­мәлдә ойошторолған, хатта яҡын-ти­рәләге ауыл һәм ҡалаларҙан бында килеп мәжлестәр, байрамдар үткәрә­ләр.
– Ауылда йәшәйем тигән кешегә хәҙер бөтә шарттар ҙа бар. Өй һайын тиерлек газ, һыу үткәрелгән. Күптәр өйҙәренә йылы бәҙрәф индереп бөт­тө. Клуб, спорт залы эшләп тора. Һы­уыбыҙ таҙа һәм тәмле. Нисек йәшә­мәҫкә инде ошондай ожмах ерендә?
Ысынлап та, ни өсөн йәшәмәҫкә? Әлбиттә, йәшәргә!
Читайте нас: