Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 22:10

Полиция хеҙмәткәрҙәре көсләү менән янаған...

"Минең был эшкә ҡатнашлығым юҡлығын аңлатырға тырыштым, тик улар тыңламаны. Хоҡуҡ һаҡсылары ныҡ итеп эсемә һуҡҡас, иҙәнгә йығылдым. Унан..."

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Владислав хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең үҙен нисек язалағаны тураһында һөйләгән.

Әйтеүенсә, 25 ноябрҙә киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә уның фатир ишеген шаҡыйҙар һәм асыуын талап итәләр. Әммә ир ҡушылғанды үтәмәй. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң урамға сыҡҡас, уны өс полиция хеҙмәткәре эләктереп ала, ҡулынан шаҡарып тотоп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Богдан Хмельницкий, урамы, 40-сы йортта урынлашҡан эске эштәр бүлегенә алып китә. Унда ирҙең кеҫә телефонын тартып алып, автомобилгә ут төртөүҙә ғәйебен таныуҙы талап итәләр.

"Минең был эшкә ҡатнашлығым юҡлығын аңлатырға тырыштым, тик улар тыңламаны. Хоҡуҡ һаҡсылары ныҡ итеп эсемә һуҡҡас, иҙәнгә йығылдым. Ҡулыма наручниктар кейҙереп, аяҡтарымды машина тросы менән бәйләп туҡманылар һәм бер туҡтауһыҙ һорау бирҙеләр. Аҙаҡ инде салбарҙарын төшөрөп, көсләү менән янанылар", - тип белдерә ул.

Ирҙең фатирында тентеү үткәрәләр, суд ҡарары менән уны тикшереү барышында өй һағына ҡуялар, кеҫә телефоны, интернет менән ҡулланырға рөхсәт итмәйҙәр.

Туғандары һәм яҡындары Владиславтың ғәйепһеҙ булыуын дәлилләп, социаль селтәрҙә мөрәжәғәт урынлаштыра. "Видеола автомобилдәргә ут төрткән егет буйы менән Владиславҡа оҡшаған. Күрше подъезда самогон һаталар, һатып алыусылар йыш ҡына уның тәҙрәһен бутап шаҡыны. Владислав был турала полицияға ғариза яҙҙы, әммә һөҙөмтәһе булманы. Хөкөмгә тарттырылмаған, тик тәмәке генә тарта. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланмай" тип яҙған яҡындары.

Ирҙең туғандары Язаға тарттырыу комитетының Башҡортостан бүлексәһенә мөрәжәғәт иткән. Был ваҡиға сәбәптәрен асыҡларға ойошма вәкилдәре Стәрлетамаҡҡа килергә йыйына. Әлеге ваҡытта тикшереү дауам итә.

Читайте нас