Йәмғиәт
14 Декабря 2019, 15:40

Ҙур папкалы түрә тотолған...

Ул "ярҙам йөҙөнән" бер акционерҙар йәмғиәтенән өс миллион һум аҡса талап иткән.

Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының иҡтисади үҫеш департаменты директоры айырыуса ҙур күләмдә ришәүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Төбәк Тикшереү комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, күптән түгел ғәйепләнеүсе дәүләт контракттары сиктәрендә башҡарылған эштәр өсөн республика Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан түләү процедураһын тиҙләтеү, шулай уҡ предприятие файҙаһына хеҙмәт буйынса дөйөм яҡлау өсөн бер акционерҙар йәмғиәтенән өс миллион һум аҡса биреүҙе талап иткән.

Түрәне Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең төбәк идараһы хеҙмәткәрҙәре ришүәт алғанда - енәйәт өҫтөндә тотҡан.

Дәүләт хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған. Енәйәт эшен тикшереү Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте ҡатнашлығында дауам итәсәк.
Читайте нас