Йәмғиәт
15 Декабря 2019, 06:15

Штраф һалыуҙарын үтенә

Бер кермәгән аҡыл оло йәштә лә кермәй, күрәһең...

Белорет районының Тирлән ҡасабаһында йәшәүсе пенсионер ҡатын март айында законһыҙ алкоголь продукцияһы һатҡаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Яҙыҡ эше өсөн ул 15 мең һум штраф түләй, “тауар”ы конфискациялана.
Әммә, бер кермәһә аҡыл оло йәштә лә кермәй, күрәһең. Бер айҙан ханым еңел юл менән байыу маҡсатында йәнә составында спирт булған шикле эсемлек менән һатыу итә башлай.
Ошо көндәрҙә Белорет район-ара суды тарафынан уның эше ҡаралды.
Был юлы оло ҡатын ниндәй хәлгә ҡалғанын аңлаған, күрәһең – бик ныҡ үкенеүен һәм башҡа бер ҡасан да кешеләр һаулығына зыян килтереүсе бындай эш менән шөғөлләнмәйәсәге тураһында белдерә, енәйәт эшен туҡтатып, штраф ҡына һалыуҙарын үтенә.
Пенсионер ҡатындың матди хәлен һәм оло йәшен иҫәпкә алып, суд йәнә штраф һалды.
Фото: abakan.bezformata.com
Читайте нас