Йәмғиәт
16 Декабря 2019, 10:30

Өйгә эш бирергә ярамай!

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

"Шул романды уҡырға кәрәк", "реферат яҙам". Балаларҙың йыш ҡына каникулда ла дәреслеккә күмелеп ултырғанын күрергә тура килә.
Был йәһәттән Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильева Яңы йыл каникулдарында өй эше бирмәҫкә ҡушты. "Ял итәһе йәки урамда йөрөр урынға балалар бер нисә реферат яҙасаҡ һәм параграфтар уҡыясаҡ. Өҫтәүенә, рефераттарының береһе – йөҙөү буйынса. Был нормаль хәлме?
"Өс ейәнсәр тәрбиәләгән олатайҙан килгән һорауға "Российская газета"ла уҙған "Эшлекле иртәнге аш"та Ольга Васильева: "Юҡ, әлбиттә. Мин был хаҡта уҙған йыл әйткән инем һәм хәҙер ҙә ҡабатлайым: каникулда өй эше бирмәҫкә кәрәк!" – тине.
Фото: birobidjan.bezformata.com
Читайте нас