Башҡортостанда оборона предприятиеһынан йөҙләгән тонна шартлатҡыс ғәйеп булған. Ҡайҙа тиһегеҙме? Стәрлетамаҡта.
"Авангард" оборона предприятиеһынан шартлатҡыстар юғалғас, тәфтишселәр «айырыуса ҙур күләмдә урлау» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Йәмғиәттең яңы генераль директоры инвентаризация үткәргәс, бөтәһе 276 тонна шартлатҡыс ҡалдыҡтары етмәүен асыҡлай. Улар хәрби подряд буйынса снарядтарҙы утилләштергәндән һуң барлыҡҡа килгән. Урлашыу 2017 йылдың ноябренән 2019 йылдың мартына тиклем дауам иткән.
Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы «Авангард» предприятиеһы, ҡалдыҡтарҙы үҙаллы эшкәртеп, шәхси фирмаға һатҡан булырға мөмкин. Заводтың финанс хәле ауыр булыу сәбәпле, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан эштән бушатылған элекке генераль директорының вәкиле Әҙһәт Ибраһимов шартлатҡыстарҙы урлауҙы кире ҡаға. Әммә 276 тонна шартлатҡыс ҡайҙа юҡ булған һуң? Улар беҙгә бумеранг булып ҡайта күрмәһен...