Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 08:49

Бал тапмаған ҡорт булмаҫ, мал тапмаған егет булмаҫ

Брәтәк ауылында бынамын тигән донъя ҡороп, ғаиләһенә терәк булып йәшәгән Айсар Ситдиҡовҡа афариндан башҡа ни әйтәһең инде – өйө хан һарайылай, йортонда ҡатынына заман уңайлыҡтары тыуҙырған, үҙенә алмашҡа бынамын тигән өс уланы үҫеп килә, эш юҡ тип зарланмай, йүнселлеккә лә тотонған.

Брәтәк ауылында бынамын тигән донъя ҡороп, ғаиләһенә терәк булып йәшәгән Айсар Ситдиҡовҡа афариндан башҡа ни әйтәһең инде – өйө хан һарайылай, йортонда ҡатынына заман уңайлыҡтары тыуҙырған, үҙенә алмашҡа бынамын тигән өс уланы үҫеп килә, эш юҡ тип зарланмай, йүнселлеккә лә тотонған.


– 2008 йылда беҙгә дәүләт ярҙа­мы итеп йорт һалыуға субсидия би­релде. Ул осор Айсар “Юлдашев” КФХ-һында эшләй ине әле, яйлап донъябыҙҙы төҙөп бөттөк, – ти Нурания.
Эйе, Ситдиҡовтар заманға зар­ланып, кемдәндер сәбәп эҙләп ултыра торған кешеләр түгел. Ана бит, балалар баҡсаһында эшләп декрет ялына сыҡһа ла, бәләкәс Сың­ғыҙы әле итәгенә генә йәбешеп йөрөр мәлен кисерһә лә, ир тап­ҡанға иш булһын, тип өс ай элек асҡан магазиндарында ла һатыу итергә өлгөрә бөтмөр хужабикә, донъяһын да көтә.
– 2005 йылда, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлап, ауыл мәҙәниәт йортона эшкә килгәйнем. Бында мине эш кенә түгел, икенсе яртым да көтөп торған. 2007 йылда ғаилә ҡороп, парлы тормош менән йәшәп алып киттек. Бер-бер артлы улдарыбыҙ Алмас, Илназ, Сыңғыҙ тыуҙы. Өлкәндәре инде ҡул араһына инеп, атаһының, минең төп ярҙамсы­ларыбыҙ, Сыңғыҙ ғына әле бөтә­беҙҙе үҙ ҡурайына бейетер саҡта. Балалар баҡсаһына эшкә ингәс, тәр­биәсе һөнәренә уҡып, юғары белем алдым, – ти Нурания.
Оҫта ҡуллы Айсарға донъя төҙөү әллә ни ауырҙан булмаған – кем әйтмешләй, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Ишле итеп мал-тыуар көтә, күп итеп йәшелсә-емеш үҫтерә Сит­диҡовтар. Өй янында­ғы дәү теплицанан да мул уңыш алғандар. Урман эргәлә булғас, емеш-еләккә ҡырға китәһе түгел – Нурания ҡышҡа етерлек емеш-еләген яҡын­дан ғына йыйып, туңдырғысҡа һалған.

– Тауарҙы башлыса Белореттан ташыйбыҙ, эшебеҙ ыңғайлап китер тигән өмөттәбеҙ, – ти Айсар.
Эйе, ике уңған пар килһә, ырыҫ яуыр, тип тиккә әйтмәйҙәр шул – Брәтәк уңғандары Ситдиҡовтар ошоно эше, йәшәйеш-торошо менән раҫлай.
Бөрйән районы.
Читайте нас