Йәмғиәт
17 Декабря 2019, 11:25

Барҙа районынан килделәр

Пермь крайының Барҙа районы уҡытыусылары Башҡортостанда коллегаларының эш тәжрибәһе менән танышты.

Пермь крайының Барҙа районы уҡытыусылары Башҡортостанда коллегаларының эш тәжрибәһе менән танышты.


Райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Таңһылыу Моҡаева етәкселегендәге делегация Өфөнөң 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбен, Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт, Мостай Кәрим исемендәге 158-се, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияларын, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатын ҡараны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Мәғариф һәм фән министрлығы, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашлығындағы “түңәрәк өҫтәл”дә башҡорт телен уҡытыуға бәйле мәсьәләләр тикшерелде.


Барҙа районы республика мәғариф учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк. Февралдә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының ҡабул итеү комиссияһы ағзалары Барҙа районының сығарылыш уҡыусыларын уҡыу йортона инеү тәртибе менән таныштырасаҡ.


Мәғлүм булыуынса, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса Пермь крайының Барҙа районында 25538 башҡорт йәшәй, был – район халҡының 55,3 проценты.
Читайте нас