Өфөлә бер ирҙе эҙләйҙәр, уны оло ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Төбәк Тикшереү комитетынан белдереҙәренсә, 12 декабрҙә кис көнө Ҡулса урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһендә 65 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр ғәйепләнеүсенең шәхесен һәм уның йәшәү урынын асыҡлау маҡсатында тикшереү-оператив эше алып бара.
Ғәйепләнеүсенең билдәләре: 35-45 йәштәр тирәһендә, уртаса кәүҙәле, буйы 175-185 см. Ҡара төҫтәге куртка, салбар кейгән, аяҡ кейеме лә ҡара төҫтә.