Тормош ауырлығына, эш юҡлыҡҡа һылтанып, шешә төбөнә “сумыусылар”, көнкүреш мәшәҡәттәрен күтәрә алмай, еңел тормош эҙләп, ғаиләһенән ваз кискәндәр барлығы күңелде ҡыра. Әммә тормошто һөйгән, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылған, ижадтары менән йәшәйешебеҙгә йәм өҫтәгәндәрҙең күберәк булыуы һөйөндөрә.
Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән килеш тә һау-сәләмәт кешеләрҙең күптәренә үрнәк булғандар бихисап. Һүҙем шундайҙарҙың береһе – Үрген ауылында йәшәгән Рәсилә менән Айрат Солтанбаевтарҙың йортона йәм-йән өргән кинйә ҡыҙҙары Ленария тураһында.
Ул бәләкәйҙән ҡул эштәренә өйрәнә. Ырғаҡ тоторға апаһы Зилиә өйрәтә, бәйләү оҫталығын иһә мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә камиллаштыра. Ҡыҙ 10 йәш самаһында үҙаллы башлыҡ бәйләй. Ә иң күләмле эше балалар кофтаһы була.
Хәҙер инде Ленарияның оҫта ҡулдары тыуҙырған матурлыҡтың иҫәп-хисабы ла юҡ. Өйҙәрендәге ултырғыстарҙағы япмаларҙың береһе лә ҡабатланмай, береһенән-береһе матурыраҡ. Ә карауат янына иҙәнгә түшәлгән түшәге, ҙур ҡалын шәле ниндәй һуң әле?! “Өҫтөнлөктө ырғаҡ менән бәйләүгә бирәм” тиһә лә, Ленарияның энә менән бәйләгән ойоҡбаш-бейәләйҙәре, селтәрле шәлдәре, кофталары һәм башҡа күп төрлө ҡул эштәре ифрат үҙенсәлекле, ә биҙәктәре һәр кемдең дә ҡулынан килерлек түгел.
– Миңә ябай әйберҙәрҙе бәйләү, кемдер бәйләгәнде ҡабатлау ҡыҙыҡ түгел, – ти Ленария. Ул интернет селтәренән ятыраҡ биҙәктәрҙе эҙләй, өйрәнә, ҡайһы саҡ үҙе лә уйлап сығара. Ҡул эштәренең күпселеген бүләк итһә лә, заказ буйынса бәйләп, хеҙмәтенән файҙаһын да күрә.
Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле, тигән һүҙҙәр Ленария хаҡында әйтелгәндәй. Үҙ алдына һәр саҡ йырлап йөрөгән ҡыҙ округтар араһында барған смотрҙа сәхнәгә сыға. Ауылдаштары уның сығышын бик йылы ҡабул итә һәм Ленарияға күп йылы һүҙҙәр, рәхмәттәр әйтә. Башҡа һәләттәренә килгәндә, ул ҡатын-ҡыҙ эштәренең барыһын да белә һәм бынамын итеп башҡарып ҡуя. Яҫтыҡ, юрған тыштары, йәймә кеүек әйберҙәрҙе лә үҙе тегә.
Ә ул бешергән тәмлекәстәр Солтанбаевтарҙың табынын һәр саҡ биҙәп тора. Ҡунаҡ табыны әҙерләү ҙә уның өсөн бер ни тормай, “һә” тигәнсә бешеренеп-төшөрөнгән ҡыҙҙың ләүәш-ҡаластары уңа, ризыҡтары бик тәмле килеп сыға. Ул ғына түгел, ауырыҡһынып торған мал-тыуар, ҡош-ҡорт та Ленарияның хәстәренән тиҙ арала аяҡҡа баҫа.
– Атайым менән әсәйемә рәхмәт. Әсәйем тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тормоштоң йәмен татып йәшәргә, тәмле итеп бешерергә өйрәтте. Яңыраҡ унан шәл сите бәйләү серҙәрен дә өйрәндем һәм икәүләшеп, мин – ситтәрен, әсәйем уртаһын бәйләп, бер шәл өлгөрттөк. Ә атайым иһә квадроциклда йөрөргә өйрәтте. Хәҙер буш ваҡытым булғанда, урам буйлап йөрөп ҡайтыу ҙа яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Әле машина йөрөтөргә өйрәнәм. Киләсәктә уҡып, водитель таныҡлығы алырға тигән хыялым да бар, – тине Ленария.
Салауат педагогия колледжын, һуңынан массажсылар әҙерләү курсын тамамлаған Ленарияның эшкә урынлашырға теләге ҙур. Тик әлегә буш вакансия булмағас, күпселек ваҡытын яратҡан шөғөлдәренә арнай һәм киләсәккә яҡты уй-ниәттәр менән йәшәй: “Матур хыялым бар, ул хаҡта әлегә әйтмәйем. Минең хаҡта киләһе мәҡәлә тап шул теләгем тормошҡа ашҡас булыр”, – тине ул, серле йылмайып.