Йәмғиәт
17 Декабря 2019, 11:26

Нью-Йорк халҡы башҡорт халҡы ижады менән танышты

Нью-Йоркта V “Рәсәй һәм Америка йәштәре киләсәге” йәштәр форумы булды. Халыҡ-ара майҙансыҡта Мәскәүҙең Башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе, Zaman төркөмөнә нигеҙ һалған Радмир Мөфтәхин дә ҡатнашты.

Нью-Йоркта V “Рәсәй һәм Америка йәштәре киләсәге” йәштәр форумы булды. Халыҡ-ара майҙансыҡта Мәскәүҙең Башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе, Zaman төркөмөнә нигеҙ һалған Радмир Мөфтәхин дә ҡатнашты.


Ул Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Баш­ҡортостан берлеге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Инга Йомашеваның тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.


Радмир Мөфтәхин тамашасыларға 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында һөйләне. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар “Байыҡ” һәм “Уралым” башҡорт халыҡ йырҙарын гитарала башҡарҙы.


Сарала 200 кеше ҡатнашты. Конференция сиктәрендә “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре, проекттар конкурсы, лекциялар уҙғарылды.
Читайте нас