Өфө ҡалаһында төндә бурҙарҙың Йәш техниктар станцияһына төшөүе, ҡарауылсы ирҙең башына һуғып иҫәнгерәтеүе, унан инде әйберҙәрҙе сәлдерәүе мәғлүм булды. Еңел аҡса артынан ҡыуыусылар ҡулына нимә эләкте, шуны тотоп был урындан табанын ялтыратҡан. Нимә тигәне, ике ноутбук булған.
“Һы, хәҙер ҡарауылсы бар, етмәһә, сигнализация ҡуйылған да инде...” тиерһегеҙ. Асыҡлыҡ индерәбеҙ, ҡарауылсы ир төн уртаһында тәмле йоҡоға талған, шуның арҡаһында дауаханаға эләккән, ярай әле ғүмере ҡыйылмаған.
Бәхет аҡсала түгел тиһәләр ҙә, бөгөн күптәр төп эштәренән тыш ситтә кеҫә ҡалынайта. Улар шундай уңайлы мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырыша.
– Сирек быуат типографияла тир түгәм, һүҙ ҙә юҡ, эшемде яратам, – тип һөйләй төндә ҡарауылсы ролен үтәгән Инбер Килдин. – Ваҡыт күп, ә ниңә өҫтәмә эш эҙләмәҫкә? Төнгө сәғәт 12-нән һуң хужаға “бында бөтәһе лә яҡшы” тип шылтыратҡас та йоҡларға ятам.
Тәү ҡарамаҡҡа ҡарауылсы эше еңел тойола, әммә аҡса һуғам тип берүк йоҡлап ятмағыҙ, уяу булығыҙ, насар уйлы әҙәмдәр төндә айырыуса әүҙем.