16 декабрҙә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре "Рено Логан" машинаһын туҡтатырға теләй, әммә уның хужаһы законлы талапҡа буйһонмай. Социаль селтәргә был хәл-ваҡиғаны сағылдырған видеояҙма һалынған.
Кадрҙа күренеүенсә, полицейский автомобилде туҡтатырға теләп, тәҙрә аша башын тығып, водителгә хәрәкәт итергә ҡамасауларға тырыша. Тик тәртип боҙоусы тротуарға менеп китә һәм юлға ҡапыл борола, шул арҡала хеҙмәткәрҙе машина юлынан һөйрәтеп бара.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, ”улар юл ҡағиҙәһен боҙған автомобиль артынан Инорста сәғәт 11-ҙә төшә. "Рено Логан" автомобиле хужаһы уларҙың талабына буйһонмай һәм М-5 трассаһына сыға. Унда фураларҙың бер алдына сығып, бер артына ҡалып, йә ҡаршы һыҙатҡа инеп, ҡурҡыныс маневрҙар яһап ҡаса. Тик сәғәт 12-лә генә уны ҡамап туҡтатыуға өлгәшелә.
Тәртип боҙоусыны тотоуҙа Өфө һәм Иглин районының юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре берлектә эш итә. Ярай әле, баҫтырыш мәлендә берәү ҙә зыян күрмәгән. "Рено Логан"да 35 йәшлек Өфө кешеһе булып сыға. Административ материал тултырғанда водитель шыр иҫерек булһа ла, медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта. Уға иҫерек көйө транспортҡа идара иткән, хеҙмәткәрҙәрҙең законлы талаптарына буйһонмаған, медицина тикшереүенән баш тартҡан өсөн яуап бирергә тура киләсәк.