Ошо көндәрҙә Ағиҙел ҡалаһында Беренсе төҙөүселәр урамындағы 2-се йортта йәшәгән ир балкондан осоп төшә. Ул бишенсе ҡатта йәшәгән. Шуныһы ла билдәле: ир эскән була. Бәхеткә күрә, ул ергә түгел, подъездың ҡыйығына төшә. Был хәлгә шаһиттар йәһәт кенә ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата.
Ҡотҡарыусылар иһә 40 йәшлек ирҙе Нефтекама ҡала дауаханаһына оҙаталар. Табиптар билдәләүенсә, уның танауы һәм тубыҡ һөйәге генә һынған. Бишенсе этаждан йығылып иҫән ҡалыусыны ысын мәғәнәһендә "күлдәктә тыуған" тип әйтергә генә ҡала.