Йәмғиәт
18 Декабря 2019, 06:18

Ирәмәлгә ҡайтты ир рухы

Һуңғы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлау буйынса ҙур эш алып барыла. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге эҙәрмән төркөмдәре ҡасандыр аяуһыҙ һуғыш барған урындарҙа билдәһеҙ ҡәберлектәрҙе, һалдаттарҙың һөйәктәрен табып, уларҙың шәхесен асыҡлай, яугирҙәрҙе ҡәҙерләп ерләүҙе, ҡәбер таштарына исем-шәрифтәрен яҙып ҡуйыуҙы ойоштора.

Һуңғы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлау буйынса ҙур эш алып барыла. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге эҙәрмән төркөмдәре ҡасандыр аяуһыҙ һуғыш барған урындарҙа билдәһеҙ ҡәберлектәрҙе, һалдаттарҙың һөйәктәрен табып, уларҙың шәхесен асыҡлай, яугирҙәрҙе ҡәҙерләп ерләүҙе, ҡәбер таштарына исем-шәрифтәрен яҙып ҡуйыуҙы ойоштора.


Сит ерҙәрҙә һуңғы төйәк тапҡан һалдаттарҙы тыуған тупраҡҡа алып ҡайтып ерләү осраҡтары ла йышайҙы. Учалы районының Кирәбе ауылында тыуып, 1941 йылда һуғышҡа алынған Василий Кузьминдың һөйәктәрен эҙәрмәндәр төр­көмө былтыр Тверь өлкәһенең Зубцов районында табып, медальоны буйынса шәхесен асыҡлағас, яҡындарына хәбәр иткәйнеләр. Һалдатты тыуған яғына алып ҡайтып, хөрмәтләп ерләнеләр.


Ошо көндәрҙә йәнә бер Учалы батыры тыуған төйәгенә ҡайтты.

Быға тиклем туғандар ҡәбер­легендә ерләнгән тип иҫәп­лән­гән Вәлит Вәли улы Нәбиул­линдың һөйәктәре “Легенда” эҙәрмәндәр отряды тарафынан Латвия ерендә табыла.


Вәлит Нәбиуллин 1924 йылда Ҡунаҡбай ауыл советына ҡараған Әбделҡасим ауылында ун өс балалы ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын колхозда башлай. 17 йәшендә ге­нә өйләнеп, ғаилә ҡора. Ҡә­һәрле һуғыш Нәбиуллиндарҙың да тормошон аҫтын-өҫкә әйлән­дерә, 18 йәше тулыу менән 1942 йылдың авгусында Вәлит ил азатлығы өсөн фронтҡа йүнәлә. Әйткәндәй, ауылда бергә уйнап үҫкән һигеҙ тиҫтер бер көндә фронтҡа алына, шуларҙың һуғыш бөткәс өсәүһе генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта ала.


Иң ҡан ҡойошло – Сталинград алышында ҡатнаша Вәлит Нәбиуллин, ҡаты яралана һәм хәрби комиссия тарафынан 1943 йылдың февралендә тыуған ауылына оҙатыла. Тап шул ваҡытта атаһы ла яраланып, һуғыштан ҡайтарыла. Йылдан ашыу бер фронтта, бер яланда һуғышҡандарын атай менән ул осрашҡас ҡына белеп ҡала.
Һауығып, аяҡҡа баҫҡас, егет фронтҡа атлыға. 1944 йылдың башында йәнә һуғышҡа китә. 2-се Балтик буйы фронты составындағы 9-сы мотоуҡсылар бригадаһында дошманға ҡаршы алыша ул. Рига өсөн яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн башҡорт батыры Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1944 йылда һалдат фашистарҙың “Төньяҡ” армияһы ҡалдыҡтарын ҡыҫымға алырға Латвияның көнбайышына, халыҡ телендә “Курляндский котел” тип йөрөтөлгән өлөшөнә, йүнәлтелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү көнөн күрергә насип булмай башҡорт егетенә. 1945 йылдың 12 мартында Бронница крайының Заури утары өсөн аяуһыҙ алышта Вәлит Нәбиуллин батырҙарса һәләк була. Яҡындары һөйләүенсә, ата-әсәһе “ҡара ҡағыҙ” алһа ла, ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә тиклем улдарын көтә. Балаға ла уҙып өлгөрмәгән йәш килен дә һөйгәнен оҙаҡ йылдар көткәс кенә, атай йортона кире ҡайта.
Ғөмүмән, һалдаттың туғандары уның иҫтәлеген һәр ваҡыт ҡәҙерләп һаҡлай. Һуғышҡа барыу менән фотоға төшөп, ата-әсәһенә ебәргән иҫтәлекле фотоһын йыл һайын 9 Майҙа йәш быуын “Үлемһеҙ полк” сафтарында йөрөтә.
– Ете тиҫтә йылдан ашыу яҡыныбыҙ Лат­вияла туғандар ҡәберлегендә ерлән­гәндер, тип уйланыҡ. Бер туған ҡустыһы Ғәлинур Нәбиуллин, 60-сы йылдарҙа Латвияға барып, туғандар ҡәберлегенә тыуған яҡтың бер ус тупрағын һалып ҡайтты, унда ташҡа исем-шәрифе соҡоп яҙылған­лығы тураһында һөйләгәйне, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша батырҙың яҡыны Жәүҙәт Ғәниев.
“Легенда” эҙәрмәндәр отряды Вәлит Нәбиуллиндың һөйәктәрен ҡаты алыш барған яландағы окоптарҙың береһендә таба. Күҙаллауҙар буйынса, һалдат ҡан ҡойошло яу барышында һәләк булған. Уның ҡулында штык-винтовкаһы була, эргәһендә снаряд ярсыҡтары ла табыла. “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалының номеры аша һалдаттың шәхесен тиҙ асыҡлайҙар.
– Беҙгә яҡыныбыҙҙың шәхси әйберҙәрен тапшырҙылар. Снаряд ярсығынан ярылған котелогы, ҡалағы, ҡайсыһы, ҡырынғысы, төймәләре, хатта көмөш балдағы ла һаҡланған. Эҙәрмәндәргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, тиҫтә йылдар аша уның үҙе менән осрашҡан кеүек булдыҡ, – тине һалдаттың туғандары.
Ҡыҙыл Армия һалдаты, батыр яугир Вәлит Нәбиуллин иҫтәлегенә Учалы ҡалаһының Хәрби дан скверында тантаналы митинг ойошторолдо. Унда хакимиәт, хәрби комиссариат, “Йөрәк хәтере” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, йәш кадеттар, яугирҙең туғандары һәм башҡа бик күп халыҡ ҡатнашты.
Шул уҡ көндә яугирҙең һөйәктәрен Ирәмәл тауы итәгендә урынлашҡан тыуған ауылы Әбделҡасимға алып ҡайтып, ҡәҙерләп ерлә­неләр, уның рухына аяттар бағышланылар.
Читайте нас