"Был фажиғә өсөн Рәмил хәҙер бик ныҡ үкенә, – тип белдерә ул. – Унда бит уның менән бергә саҡырылғандар ҙа һәләк булған. Ә тикшереүгә килгән икенсе офицерҙы ул хатта белмәгән дә. Рәмилдең капитан Данил Пьянковҡа ҡарата нәфрәте көслө булған, шуға ҡарамаҫтан, хәҙер бының өсөн дә бик ныҡ үкенә. Рәмилгә ниндәй яза янай һуң? Был хаҡта, экспертизалар һөҙөмтәһе билдәле булмай тороп, әйтеүе ауыр. Психолог-психиатрик экспертизанан ҡала тағы бер нисә төрлө экспертиза үткәреләсәк. Унан һуң ғына тәүге фараздар буласаҡ. Әгәр енәйәтте аффект хәлендә ҡылған тип таныһалар, уны иректән мәхрүм итеү язаһы биш йылдан артмаҫҡа тейеш. Ике йәки унан да күберәк кешене үлтереү нигеҙендә ғәйепләһәләр, ғүмерлек хөкөм янай. Әммә беҙ уны ғүмерлек төрмә язаһынан ҡотҡарыу өсөн көрәшәсәкбеҙ. Әлегә Рәмилде яҡлау өсөн уның атаһы менән рәсми рәүештә ике адвокат килешеү төҙөнө – мин һәм Руслан Нәғиев. Шулай уҡ беҙҙең менән бергә хеҙмәттәшлек иткән башҡа адвокаттар ҙа бар. Кәрәк икән, улар беҙҙең урынға эшләй ала. Төрлө төбәктәр ҙә булһаҡ та, даими кәңәшләшәбеҙ, яҡлау тактикаһын әҙерләйбеҙ".