Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2019, 19:00

Уның намыҫында - кеше ғүмерҙәре

Бәлә булаһы көндө бер төркөм белгестәр Трамвай урамында эшләгән...

Башҡортостандың баш ҡалаһында "Сатурн Строймаркет Башҡортостан" компанияһының 51 йәшлек хеҙмәткәре суд алдына баҫасаҡ. Ошо йылдың июнендә уның ғәйебе менән компания эшселәре фажиғәгә тарыған, анығырағы - үлемгә дусар булған.

Бәлә булаһы көндө бер төркөм белгестәр Трамвай урамында эшләгән. Бейеклектә эшләү буйынса техника хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы кеше ике эшсегә магазин алдындағы баннерҙы йүнәтергә ҡуша. Бының өсөн ирҙәрҙе биш метр бейеклеккә автотейәгес менән күтәрәләр, ә уныһы бындай эштәргә тәғәйенләнмәгән булған. Хәл фажиғәле тамамлана: ҡапыл автотейәгес әйләнеп китеп, өҫтөндәге эшселәр аҫҡа ҡолай. Ирҙәрҙең береһе шунда уҡ үлә, ә икенсеһе иһә дауаханаға китеп барғандә йән бирә.

Һөҙөмтәлә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен боҙған (һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике кешенең ғүмерен ҡыйыуға килтергән) компания хеҙмәткәре был бәхетһеҙлек осрағына яуап биреүсе төп фигурант булып тора. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таныған, хәҙер уға судта яуап тоторға тура киләсәк.

фото:vk.com
Читайте нас