Ҡаланың төп шыршыһы Металлургтар майҙанына ҡуйыла, әммә йәшел һылыуҡайға ҡарап ҡыуанаһы урынға белореттар: "Урман ҡупшыҡайы быйыл бик үк матур түгел", - тип социаль селтәргә уны фотоға төшөрөп һалған. Был фотоны 28 меңдән ашыу кеше ҡараған, 240 кеше фекерен белдергән. Уларҙың ҡайһы берҙәре яһалма шыршы ҡуйырға саҡыра, икенселәр иһә "урман эсендә йәшәп яһалма шыршы ҡуйыу оят" ти, өсөнсөләр иһә хакимиәтте әрләй, ә дүртенселәр барына ҡәнәғәт, бишенселәр башҡа ҡалаларҙағы шыршыны маҡтай...
Белореттарҙың бындай баһаһы ысынбарлыҡҡа тап килеүе бер ҡарауҙа уҡ күҙгә ташлана. Ысынлап та, ҡаланың барлыҡ тарихында "үтә күренеп" торған байрам шыршыһы быға тиклем булмағандыр, күрәһең. Шуға ла халыҡ бәхәс ҡуптарғандыр.