Йәмғиәт
19 Декабря 2019, 11:00

Альбина һөйгәнен ысынлап үлтергәнме... әллә

Башҡортостанда йәшәүсе Альбина Ишембаева Беренсе каналда һөйәре Эмиль Тимофеевты үлтереүе тураһында белдерҙе.

Башҡортостанда йәшәгән Альбина Ишембаева Беренсе каналда һөйәре Эмиль Тимофеевты үлтереүе тураһында белдерҙе. Телевизор ҡараусылар, әлбиттә, был яңылыҡтан шаҡ ҡатты.
Ә бит һигеҙ ай дауамында Эмиль Тимофеевты үлтереүҙә Ирек Ишҡолов тигән кеше ғәйепләнә. Ғөмүмән, был енәйәт тирәһендә әле булһа асыҡланмаған мәлдәр бик күп.

Альбина белдереүенсә, фажиғә ҡылынған апрель кисендә өйҙә дүрт кеше була: үҙе, һөйгәне Эмиль, дуҫтары Ирек һәм уның апаһы.
Федераль каналда барған "Пусть говорят" тапшырыуында Альбина тәүҙә егетте сәнсеп үлтереүе тураһында әйтә, тик һуңынан әйткән һүҙҙәренән баш тарта. Имеш, уға ниндәйҙер "ҙур кешеләр" шулай тип әйтергә ҡуша. "Ғәйебеңде танымаһаң, үлтерәбеҙ тип янанылар", тип тә белдерә Альбина. Эфир тамамланғас, Федераль канал студияһынан Альбинаны хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ваҡиға нескәлектәрен асыҡлау өсөн, алып сығып китә. Артабан ни булыр?
Читайте нас