Намыҫһыҙ әҙәмдәр кешеләрҙең ышаныусанлығынан файҙаланып, алдашырға, мутлашырға, уларҙы асыҡтан-асыҡ таларға ла тартынмай. Ҡасан да булһа барыбер тотоласағын, уның өсөн яуап бирергә тура киләсәген белә-күрә...
Бына әле лә быға тиклем ышаныслы һаналған “Five Stars” туристик агентлыҡ етәксеһе клиенттарын 24 миллиондан ашыу һумға алдаған. Һөҙөмтәлә путевка хаҡын түләгән кешеләр ял итергә оса алмаған.
Фирма директоры – 53 йәшлек Гөлнара Яфаева путевка өсөн йыйылған аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған. Ул мутлашыу һәм ҙур суммала аҡса үҙләштереү статьялары буйынса ғәйепләнә.
“Турагентлыҡ етәксеһе 2017 йылдың декабренән 2018-ҙең сентябренә тиклем Төркиә, Таиланд, Греция, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һ.б. илдәргә барып ял итергә теләгән 177 клиент менән килешеү төҙөй. Путевкаларҙың хаҡы 40 меңдән 335 мең һумға тиклем тирбәлә. 20 миллион һумдан ашыу йыйылған аҡсаны ғәйепләнеүсе ҡатын үҙ маҡсатында тотонған. Бынан тыш, йылғыр етәксе ошо ваҡыт арауығында хеҙмәттәштәренең 4,1 миллион һум аҡсаһын да үҙләштергән”, – тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Өфө прокуратураһы енәйәт эше буйынса ғәйепләү һөҙөмтәһен раҫлаған. Фирма директоры ғәйебен танып, килтерелгән зыяндың 1,5 миллион һумын түләгән. Енәйәт эше артабан ҡаралыу өсөн Өфөнөң Октябрь район судына ебәрелгән.