Йәмғиәт
19 Декабрь 2019, 13:30

“Ире Әлиәне туҡмай, өйөнән сығармай ине”

Ике йәшлек малайы менән юғалған Әлиә Баязитова ҡайҙа йөрөгән һәм ни өсөн ҡасҡан?

Ике йәшлек малайы менән юғалған Әлиә Баязитова табылған.
20 йәшлек Әлиә ике йәшлек улы Рияз менән 17 декабрҙә Арҡайым ҡасабаһынан юҡ булғайны. Уларҙы юғалтҡан ире полицияға ғариза бирҙе. Әсәй менән улдың Өфөлә, туғандарында булыуы ихтимал тиелә ине.
Һәм бына әле генә яңылыҡ билдәле булды: улар табылған. Ул ысынлап та туғандарында йәшенеп ятҡан. Асыҡланыуынса, Әлиәнең ҡасып китергә сәбәптәре булған. Был турала ғаиләнең яҡын танышы “Проуфу” сайтына хәбәр иткән.
Баҡһаң, ғаиләлә барыһы ла шыма түгел: Әлиә тиран-иренән ҡасҡан. Сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ире уны йыш ҡына туҡмаған.
– Әлиә иренән ҡасып китте. Ул ҡатынына эшкә сығырға ҡушмай, ә малайын балалар баҡсаһына ебәрмәй. Документтар әҙер, бала унда ҡабул ителгән. Үҙенең дә эшләгеһе килмәй. Даими рәүештә Әлиәне туҡмай, өйөнән сығармай тота, – ти ул.
Ҡатын менән бала ысынлап табылыуы тураһындағы мәғлүмәтте Сибай ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығы бүлексәһе вәкиле Гөлфиә Ихсанова ла дәлилләгән.
Туҡмалып йәшәгән ҡатындың иренән ҡасып ҡына проблеманы хәл итә алыуы икеле. Йәшенеп йөрөгәнсе, закон буйынса араны өҙөү дөрөҫөрәк түгелме икән?
фото: Бәйләнештә.
Читайте нас