Башҡортостандың Арҡайым ҡасабаһынан йәш әсә ике йәшлек улы менән юғалған. Уларҙы эҙләүгә биргәндәр.
20 йәшлек Әлиә Баязитованың (Байегетова) туғандары ҡурҡыуға ҡалған. 17 декабрҙә Арҡайым ҡасабаһынан йәш әсә ике йәшлек улы Рияз менән йортонан китеп юғалған. Ҡатындың ире һәм ағаһы полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
"Уларҙың Өфөгә сығып китеүе ихтимал, сөнки баш ҡалала Әлиәнең апайы йәшәй", - тип белдергән Лилиә исемле туғаны.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, полиция хеҙмәткәрҙәре Әлиәнең бөтә туғандарында ла, Өфөлә йәшәгән апайында ла булып, һорашып сыҡҡан. Тик Лилиә белдереүенсә, апайы хоҡуҡ һаҡсыларына барыһын да һөйләп бирмәҫкә лә мөмкин. Йәш әсәнең йорттан сығып китеүенә нимә сәбәпсе булғандыр, әлегә аңлашылмай. Лилиә билдәләүенсә, ғаиләлә бер ниндәй проблема булмаған, шуға ла Әлиәнең юғалыуы сәйер тойола. Йәш әсәнең яҡындары уны эҙләүҙә һәм табыуҙа ярҙам һорай.
"Ике йәшлек Рияз юғалған көндә ҡыҙыл төҫтә ат һүрәте төшөрөлгән ҡара төҫтәге курткала һәм салбарҙа булған, Әлиә лә ҡара куртка кейгән булырға тейеш", - тип хәбәр итә Лилиә.
Был ғаилә тураһында бер нәмә билдәле булһа, йәки уларҙы осратһағыҙ, туғандары менән 89378447880 (Дилә) телефоны аша бәйләнешкә сығырға була йәки полицияға хәбәр итегеҙ.