Йәмғиәт
20 Декабря 2019, 05:40

"Беҙ бик күп ашай инек"

Рөстәм Нәбиевкә бала сағында ни өсөн ҡаты эләккән?

Казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәрҙә үҙенең бала сағы, үҫмер йылдары менән таныштырыуын дауам итә.
«Мөхәббәттә тәрбиәләндек һәм үҫтек. Беҙҙе бер кем дә үпкәләтмәне, бармаҡ төртөп күрһәтмәне. Балалар араһында барыһын да тигеҙ бүлдек, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ул. - Эш һәр ваҡыт күп ине. Һәр беребеҙҙең үҙ бурысы булды. Иң бәләкәйе булғанға, иң күңелһеҙ эштәр ҙә миңә эләгә ине: һауыт-һаба, иҙән йыуыу, бәрәңге таҙартыу.
Йәй буйы ҡаҙҙарҙы ҡарай инем. Был шөғөлдө яратманым. Улар арҡаһында урамға сыға, балалар менән уйнай алмай инем. Бер тапҡыр ҡаҙҙарҙы ҡалдырып ҡастым, килеүемә һигеҙ бәпкә етмәй, ә улар ҡырҡтан ашыу ине. Ҡарғалар алып киткән. Миңә ҡаты эләкте ул ваҡытта...
Күңелле ине. Беҙҙең бик ҙур бәрәңге баҡсаһы булды. Ултыртырға ярата инем, ә бына ҡаҙып алырға яратманым. “Ниңә шул тиклем бәрәңге?” - тип һорарһығыҙ. Беҙ ғаиләлә биш ир-ат һәм бик күп ашай инек. Апай көндәр буйы мейес янынан китмәне. 1997 йылға тиклем беҙҙә газ булманы һәм бөтә ризыҡты мейестә әҙерләне. Ағай колхозда йөк машинаһы йөрөтөүсе булып эшләне. Ул мине йыш ҡына сәсеү йәки уңыш йыйыу ваҡытында үҙе менән эшкә алғыланы. Миңә тракторҙарҙы, комбайндарҙы күҙәтеү ҡыҙыҡ ине. Ҡырыҫ булыуға ҡарамаҫтан, ағай бик мәрхәмәтле кеше булды. Йоҡлар алдынан гел массаж яһатты. Мине “Курочкин” тип атай ине. Тик уның ғүмере ҡыҫҡа булды, 2003 йылда ул инфаркттан минең күҙ алдында үлде...”
Фото Рөстәм Нәбиевтең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән алынды.
Читайте нас