Йәмғиәт
20 Декабря 2019, 06:30

Уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролған

Энергетика ҡеүәттәрен файҙаланыу – кешелектең уңайлы һәм лайыҡлы йәшәйешен тәьмин иткән төп шарттарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта электр энергияһын ҡулланыу зарурлығы даими үҫә, шуға ла был ресурсты һөҙөмтәле файҙаланыу, йылдан-йыл үҫә барған ихтыяжды тейешенсә ҡәнәғәтләндереү, тармаҡтағы предприятиеларҙы донъяның алдынғы ҡаҙаныштары нигеҙендә яңыртыу көнүҙәк бурыс булып тора.

Күтәренке кәйеф тыуҙыралар.


Энергетика ҡеүәттәрен файҙаланыу – кешелектең уңайлы һәм лайыҡлы йәшәйешен тәьмин иткән төп шарттарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта электр энергияһын ҡулланыу зарурлығы даими үҫә, шуға ла был ресурсты һөҙөмтәле файҙаланыу, йылдан-йыл үҫә барған ихтыяжды тейешенсә ҡәнәғәтләндереү, тармаҡтағы предприятиеларҙы донъяның алдынғы ҡаҙаныштары нигеҙендә яңыртыу көнүҙәк бурыс булып тора.


“Яңауыл электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәтенең эшмә­кәрлеге ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Предприятие үҙ эшмәкәрлеген бынан ярты быуаттан элегерәк Төньяҡ район-ара электр селтәрҙәренең Нефтекама бүлексәһе Яңауыл участ­каһы булараҡ башлай. Шул осорҙа предприятие төрлө үҙгәрештәр ки­серә, әммә төбәктең көнкүре­шен­дәге әһәмиәте юғары кимәлдә ҡала. Үткән йылдан башлап предприятие үҙ эшмәкәрлеген акционерҙар йәмғиәте булараҡ ҡорған.
Предприятие Яңауыл ҡала­һындағы бөтә ҡулланыу­сыларҙы тотороҡло һәм сифатлы электр энергияһы менән тәьмин итә. Ошо маҡсатта энергетиктар, донъяның алдынғы ҡаҙаныштарына нигеҙ­ләнеп, техник һәм технологик ҡеүәттәрҙе йылдан-йыл үҫтерә бара. Бөгөн предприятие 416,8 километр оҙонлоҡтағы электр тапшырыу үткәргестәрен файҙалана. Шулай уҡ уларҙың хеҙмәт­лән­дереүендә 141 трансформатор ярҙамсы станцияһы, биш берәмек электр энергияһын бүлеү ҡо­рол­маһы, 3437 дана яҡтыртыу нөктәһе менән 130 километр самаһы урам­дарҙы тышҡы яҡтыртыу селтәре иҫәпләнә.
Коллектив барлыҡ энергетика объекттарының төҙөклөгөн тәьмин итеп, һөҙөмтәле эшләтеүгә ҙур көс һала. Шуға ла етештереү күрһәт­кестәре һәм хеҙмәтләндереү сифаты йылдан-йыл яҡшыра. Һуңғы биш йылда электр энергияһын тапшырыу күләме шаҡтай артҡан. Шул уҡ ваҡытта был эш барышында юғалтыуҙар кәмей бара.
Энергия менән тотороҡло тәь­мин итеү айырым әһәмиәткә эйә. Быға селтәрҙәргә һәм трансфор­маторға дөрөҫ йөкләнеш биреү, етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу юлы менән өлгәшелә. Һуңғы осорҙа изоляцияланмаған һауа электр тапшырыу үткәргес­тәрен таратыусы изоляцияланған (СИП) төрҙәренә алмаштырыу, реактив ҡеүәттәрҙе компенсациялау, энергияны һаҡ­сыл тотоноу буйынса инвестиция программаларын әҙерләү һәм ғәмәл­гә ашырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылған.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта предприятиела “Электр селтәрҙәре эшмәкәрлегенең ышаныслылығын күтәреү инвестиция программаһы“ раҫланған һәм тормошҡа ашырыла. Ул ҡаланың үҫеш перспек­ти­ваһын һәм электр селтәрҙәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Сел­тәрҙәрҙең үткәреү мөмкинлеген күтәреү, ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән тотороҡло тәьмин итеү, ҡаланың яңы биҫтә­ләрендә инженерлыҡ селтәрҙәрен төҙөү һәм киңәйтеү программаның төп йүнәлештәре итеп билдәләнгән.
Быйыл инвестиция програм­маһына ярашлы, Яңауыл ҡала­һының ун биш урамында өлөшләтә һауа электр тапшырыу үткәргес­тәрен яңыртҡандар. Программа сиктәрендә 45 километр самаһы электр селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу, эксплуатациялау сығымдарын кәметеү, иҡтисади һөҙөмтәлелекте күтәреү күҙаллана. Шулай уҡ инвестиция программаһы буйынса ҡаланы һыу менән тәьмин иткән Киҫәк-Ҡайын һыу йыйғысында электр энергияһын бүлеү ҡорол­маһына реконструкция эшләнәсәк.
Ҡала йылдан-йыл яңы биҫтәләр иҫәбенә үҫә. Предприятие әлеге ваҡытта яңы төҙөлгән “Көнсығыш-2” биҫтәһен электр менән тәьмин итеү буйынса төҙөлөш-монтажлау эштәрен башҡара.
Һуңғы йылдарҙа ҡаланың электр селтәре шаҡтай киңәйгән. Әйтәйек, 2016 – 2019 йылдарҙа 19626 километр һауа электр тапшырыу үткәргесе һәм һигеҙ трансформатор ярҙамсы станцияһы төҙөп файҙаланыуға тапшырылған.
Коллективта алтмышҡа яҡын кеше эшләй. Энергетика – юғары технологияларға ҡоролған тармаҡ. Хеҙмәткәрҙәрҙән юғары һөнәри оҫталыҡ, тиҙлек, хатта ҡыйыулыҡ талап ителә, сөнки көтөлмәгән хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. 2014 йылды коллективта әле лә хәтерләйҙәр. Төбәк аша үткән ғәрәсәт бер нисә километр арала электр тапшырыу үткәргесен сафтан сығара. Энергетиктар ғәҙәт­тән тыш шарттарҙа ла һынатмай, үткәргесте тиҙ арала төҙәтеп эшкә ҡуша. Әйтергә кәрәк, һуңғы йыл­дарҙа предприятиела хәүефле авария хәлдәренә юл ҡуйылмай. Был эшселәрҙең оҫталығын йәнә бер тапҡыр иҫбатлай.

Коллективҡа һуңғы сирек быуат дауамында Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған хеҙмәтләндереү тар­мағы хеҙмәткәре Роман Сахратов етәк­селек итә. Энергетика тарма­ғын­да ауыр йөктө Роман Фәнис улы кеүек оҙаҡ һәм уңышлы тарт­ҡан генераль директорҙар һирәк. Нәҡ уның энергетика өлкә­һен­дәге белеме, бай хеҙмәт тәжри­бәһе, етәк­селек оҫталығы пред­прия­тие­ның йөҙөн билдәләй. Эшмәкәр­лекте бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороуға өлгәшә ул.
“Яңауыл электр селтәрҙәре” быйылғы хеҙмәт йылын уңышлы теүәлләй. Уңыштарҙы барлаған мәлдә ҡаланы Яңы йыл байрамына әҙерләйҙәр. Үҙәк майҙанда урын­лаштырылған шыршыны биҙәйҙәр, ҡала майҙандарында, урамдарҙа иллюминациялар урынлаштыралар, йорттарҙың фасадтарын яҡ­тылыҡ элементтары менән күр­кәмләйҙәр, ҡала халҡына күтәренке байрам кәйефе бүләк итәләр. Ҡыҫҡаһы, Яңауыл энергетикта­рының уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролған.


Яңауыл ҡалаһы.
Читайте нас