Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 06:50

Ҡыҙҙы туҡмаған полицейскийҙы ни көтә?

Ул эшенән китә һәм йәшенә...

Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы туҡмаған өсөн полицейский өс йыл ғүмерен ҡаты режимлы дөйөм колонияла үткәрәсәк.
Өфөлә суд 29 йәшлек өлкән оперуполномоченныйҙы бәлиғ булмаған ҡыҙҙы туҡмап, мәғлүмәт алырға тырышыуҙа ғәйепләй. Тәфтишселәрҙең фаразынса, талауҙа ҡатнашлығы барлығын әйттереү өсөн полицейский йәш ҡыҙға ҡарата көс, махсус саралар – браслет-бығауҙар, автомобиль тросы – ҡуллана. Был инцидент 2018 йылдың июлендә үк булғайны. Физик һәм психологик көс ҡулланып, ул ҡыҙҙың тәненә күп йәрәхәт һала, артабан полицияның бер бүлмәһенә бикләп ҡуя. Ҡыҙ унда 12 сәғәт буйы тотола. Был ваҡытта үҫмер закон буйынса тейешенсә ҡулға алынмаған, ә енәйәттә ҡатнашы барлығы шик аҫтына ғына алынған була.
Һөҙөмтәлә ҡыҙ үҙе Тәфтиш комитетына полицейскийға ҡаршы ялыу менән мөрәжәғәт итә. Оперативникты һорау алыуға саҡыртҡанда, ул эшенән китә һәм йәшенә. Уны федераль эҙләүгә бирәләр. Шулай ҙа бер аҙнанан полицейский тәфтиш органына үҙе килә, уны ҡулға алалар, әммә оперуполномоченный ҡыҙға ҡарата законһыҙ ҡылыҡтарын тана. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, суд уны өс йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарған.
Фото: Zen.yandex.ru
Читайте нас