Яратҡан йырсыларыбыҙ Зинира менән Ризат Рамаҙановтар Яңы йылды нисек ҡаршыларға йыйына икән, әйҙәгеҙ, үҙҙәренә һүҙ бирәйек.
"Беҙ Яңы йылды бик шәп ҡаршы алабыҙ. Сентябрҙең башында гастролдәргә сығып китәбеҙ ҙә декабрҙең аҙағында ғына ҡайтып инәбеҙ. Ҡыҙыбыҙҙы һағынабыҙ, ул үҙе лә, көндәрҙе һанап, һағынып көтә. Беҙ гастролдәрҙә булғанда ул тәрбиәсе менән ҡала. Декабрь ғаиләбеҙ өсөн бик яҡын, сөнки 7-һендә Айгизәнең тыуған көнө. Беҙ уға: "Ҡыҙым, тағы ла әҙерәк түҙ инде, беҙ ҡайтабыҙ, тыуған көнөңдө үткәрербеҙ", – тип йыуатып торабыҙ.
Аҙаҡ инде Яңы йыл байрамы етә. Быйыл матур шыршы алырға һөйләштек, метр ярымлыһын. Яңы йыл бит ул - бала саҡтан көтөп алынған байрам. Зинира менән ғаилә ҡорған ваҡытта үҙебеҙ ҙә Ҡыш бабай, Ҡарһылыу булып кейенеп, балаларҙың күңелен күреп йөрөй инек. Костюмдар әле лә һаҡланып ҡалған, шуларҙы кейеп, дуҫтарҙың, туғандарҙың балаларын ҡотлап килергә тырышабыҙ. Айгизәне тәбрикләргә лә Ҡыш бабай саҡыртабыҙ, сөнки ул мине таный бит.
Байрамды ҡаршылауға килгәндә, Зинира, Яңы йылға яңы кейем менән инергә кәрәк, ти. Барыбыҙға ла яңы күлдәктәр алып, шулай ҡаршыларға тырышабыҙ. Улай әллә ни ғөрөф-ғәҙәт юҡ. Ҡаҙ бешерәбеҙ. Был йорт ҡошон атай-әсәйҙәребеҙ аҫрай, уны ҡарабойҙай менән тултырып әҙерләйбеҙ. Быйыл ике яҡтан да атай-әсәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Мин үҙем диңгеҙ аҙыҡтарын яратам: диңгеҙ ҡыҫалаһы, һөләймән балығы, устрица, мидиялар. Ризыҡты артыҡ күп әҙерләүҙе хупламайым, һуңынан әрәм була бит. Минең "фирма" ризығым ‒ тәмле итеп ҡыҙҙырылған диңгеҙ ҡыҫалаһы. Мин уларҙы төрлө соустар менән күп итеп байрам табынына әҙерләргә тырышам", - тип һөйләне Ризат Рамаҙанов.