Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2019, 20:25

Әбйәлилдә тағы үлемесле авария...

Иҫерек водителгә ышанып...

Кисә генә Әбйәлил районында юл-транспорт ваҡиғаһында өс кешенең һәләк булғаны тураһында ишетеп шаңҡығайныҡ. Әле тағы ошо уҡ төбәктә ҡурҡыныс авария...
Унда бер кешенең ғүмере ҡыйылған. Бөгөнгө аварияла водитель ғәйепле, ул рулгә иҫерек килеш ултырған булған.

Үлемесле фажиғә Таҡһыр-Гусев автомобиль юлының 20-се километрында теркәлгән.

Асыҡланыуынса, 46 йәшлек урындағы водитель, ВАЗ-2104 машинаһына идара итә алмай, юлдан төшөп китә һәм ситтә үҫеп ултырған ағасҡа барып бәрелә. Һөҙөмтәлә ул төрлө тән йәрәхәттәре алһа, 36 йәшлек пассажиры "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп еткәнсе үк урында һәләк була. Водителдең иҫерек булғаны асыҡлана.

Һуңғы тәүлектә республика ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан теркәлгән ҡағиҙә боҙоу осраҡтарының 43-ө руль артына иҫерек килеш ултырыу сәбәпле булған. Бынан тыш, элек урланған бер автомобиль табылған. Республика юлдарында 15 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда һигеҙ кеше һәләк булған, 21-е иһә төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, иғтибарыбыҙҙы кәметмәйек.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас