Йәмғиәт
22 Декабрь 2019, 18:35

Ни эшләүең был, Гөлнара?

"Әсәләре юҡта балаларҙың тыуған көндәре булып үтте, мин реанимацияла ятып сыҡтым, ә ул һаман ҡасып йөрөй..."

Ғәҙәттә, атай кеше ҡатыны менән балаларын ташлап ғәйеп булыусан. Ә бында киреһенсә. 38 йәшлек Гөлнара Шабрина ике бәләкәй балаһын ҡалдырып, өйөнән сығып киткән. Уның ғәйеп булыуына оҙаҡламай өс ай була.
Ул 2 октябрҙән бирле юҡ икән. Һәм ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа бәйләнешкә лә сыҡмаған. Гөлнараның ире белдереүенсә, ул быйыл йәй үк үҙен сәйер тота башлаған: өйгә ҡунырға ҡайтмаған, хеҙмәттәштәре менән өсәр көн буйы күңел асыуға әүәҫләнгән.
"Элек ул “Фарфор стрит” фирмаһында эшләй ине. Әле беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡмай, даими рәүештә интернетта, социаль селтәрҙәрҙә ултыра. Ул мине бөтә урында ла блокировкаланы. Намыҫы уянмаҫмы тип аптырайым. Бәлки, һеҙҙең яҙмағыҙҙы күреп, әҙерәк оялыр", - тигән аптыраған ир “Горобзор” интернет баҫмаһына.
Ир белдереүенсә, улар ҡатыны менән 15 бергә йәшәгән, бәлиғ булмаған ике балалары бар.
"Ул юҡта балаларҙың тыуған көндәре булып үтте, мин реанимацияла ятып сыҡтым, ә ул һаман йәшенә. Балалар әсәләрен иҫкә ала, әлбиттә, тик хәҙер һирәгерәк. Уның юҡлығына өйрәнә башланылар. Шулай ҙа әсәләренең Яңы йыл байрамына булһа ла ҡайтыуын теләйҙәр. Мин дә", - ти ир.
Үҙ сиратында Гөлнара социаль селтәрҙәрҙә “Миңә бик ҡыйын һәм ауыр” тип яҙған.
Ни эшләүең был, Гөлнара? Балаларҙан ҡасып йөрөүеңдең сәбәбе нимәлә? Һин бит уларға кәрәк...
Фото: “Горобзор” сайтынан.
Читайте нас