Йәмғиәт
23 Декабря 2019, 16:20

Башҡорт батыры яман сир менән көрәшеүен дауам итә

“Мин үҙемде башҡорт тип иҫәпләйем (быны шәжәрә ағасым һәм атта йөрөй белеүем раҫлай). Башҡорттар - көслө халыҡ: һауығыуҙың һуңғы мөмкинлеген файҙаланып, һуңғы минутҡа тиклем көрәшергә тейешмен!"

Өфөнән “Йөрәктәрҙе шаҡып астырыу” мәрхәмәтлек фонды авторы Марсель Иманғолов быға тиклем күптәргә ярҙам итһә, хәҙер үҙе лә яман сир менән көрәшә – унда бөйөр карциномаһы. Әле Израилдә дауаланған егеттең хәле шәптән түгел, ошо көндәрҙә тағы ла ауырайған. Мәғлүм булыуынса, яман шеш тәнгә тарала башлаған, химия менән дауалауҙың беренсе курсы ла уны туҡтата алмаған.
“Шеш башҡа ағзаларҙы ҡыҫа, уның йөрәк эргәһендә булыуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Яһалма һулыш алдырыуҙан тыш тын ала алмайым, тимәк, үҙаллы ҡайҙалыр йөрөүем сикләнгән”, – тип яҙған Instagram селтәрендә егет.
Әле табиптар уны һайлау алдына ҡуйған: беренсеһе – химия менән дауалауҙы дауам итеү – был осраҡта хәле бөтөнләй насарайыуы йәки яҡшырыуы ихтимал, икенсеһе – махсус рейс менән ҡайтып, дауаланыуҙы дауам итеү йәки ауырыу менән көрәшеүҙе туҡтатыу.
“Мин үҙемде башҡорт тип иҫәпләйем (быны шәжәрә ағасым һәм атта йөрөй белеүем раҫлай). Башҡорттар - көслө халыҡ, ә шундай хәлдәрҙе еңеп сыҡҡас, үҙемде Башҡорт батыры тип атауҙан оялмайым. Шуға ла мин беренсе вариантты һайланым – һауығыуҙың һуңғы мөмкинлеген файҙаланып, һуңғы минутҡа тиклем көрәшергә, хатта уны ғәмәлгә ашырыу яҙмаған булһа ла”, – тип уртаҡлаша яҡташыбыҙ.
Мәғлүм булыуынса, әле изге йөрәкле кешеләр ярҙамы менән 1,5 миллион һум йыйыуға өлгәшкәндәр, әммә был сумма дауаланыуға етмәй икән, сөнки иммунотерапияның курсы 624 мең һум тора. Шуға ла Марселгә ярҙам йыйыу дауам итә.
Ярҙам итергә теләгәндәр ошо карталарға аҡса күсерә ала:
Һаҡлыҡ банкы: 4817 7601 7271 4663 (Башҡортостан Республикаһы) – Татьяна Сергеевнаға.
5469 3800 1877 3266 (Мәскәү) йәки +7(926)452-09-29 телефон һанф буйынса Людмила Александровнаға.
Тинькофф: 5536 9137 8278 6798 картаһы (Марсель исеменә асылған).
Фото: instagram.com/Марсель Имангулов
Читайте нас