Йәмғиәт
23 Декабря 2019, 09:00

Береһе һәләк булған, икенсеһе хөкөм ҡарары көтә

22 йәшлек ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре ала һәм урында уҡ йән бирә. Йәш ҡыҙҙың әле башланып та өлгөрмәгән ғүмеренең шулай фажиғәле тамамланыуы, әлбиттә, үкенесле


22 декабрҙә Башҡортостандың Яңауыл районында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.

ЮХХДИ-нан белдереүҙәренсә, Янбарис-Киҫәкҡайын-Айбүләк автомобиль юлының 9-сы километрында киске һигеҙҙәр тирәһендә Нефтекама ҡалаһынан 35 йәшлек ҡатын-ҡыҙ "Лада XRAY" автомобиленә идара итеп, 22 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙерә. Водитель ханым аңлатыуынса, йәйәүле ҡыҙ юл ыңғайы буйлап яҡтылыҡты кире ҡайтарғыс элементтары булмаған кейемдә китеп барған. Үкенескә ҡаршы, водитель ҡатын йәйәүлене күрмәгән.

22 йәшлек ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре ала һәм урында уҡ йән бирә. Йәш ҡыҙҙың әле башланып та өлгөрмәгән ғүмеренең шулай фажиғәле тамамланыуы, әлбиттә, үкенесле. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ә водитель иһә закон алдында яуап бирәсәк.
Читайте нас